

Белеүебеҙсә, өләсәйҙәр - ул тәжрибә, оҫталыҡ һәм тәрбиә сығанағы. Балаларҙы халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү заманыбыҙҙың өлгөрөп еткән көнүҙәк мәсьәләләренең береһе. Кеше үҙ халҡының быуындан быуынға күсә килгән рухи байлығына эйә булғанда, шул нигеҙҙә тәрбиә алғанда, физик камиллыҡҡа өлгәшкәндә һәм әхлаҡи сафлыҡҡа ынтылғанда ғына үҙен тәрбиәле, әҙәпле, мәҙәниәтле,йәмғиәттең тулы ҡанлы ағзаһы итеп иҫәпләй ала, тигән фекерҙә әбеш өләсәйҙәре. Ошо маҡсатта ойошторолдо ла инде был мәктәп һәм уның сиктәрендә ауылдың өләсәйҙәре йәш ҡыҙҙарыбыҙҙы көндәлек тормошта кәрәк булған эштәргә өйрәтәсәк.
Тәүге дәрескә ҡыҙҙар Нәсимә өләсәйгә йыйылды. Күп йылдар мәҙәниәт усағын, "Ағинәйҙәр" ойошмаһын етәкләгән Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы сәк-сәк бешереү серҙәре менән уртаҡлашты.
Халҡыбыҙҙың милли ризығы булған сәк-сәкте әҙерләү ҡыҙҙарға бик оҡшаны. Нәсимә өләсәй һабаҡтары уларға киләсәктә бик кәрәк булыр, тип ышанабыҙ.