ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2023, 06:12

Сибайҙа быйыл һигеҙенсе игеҙәк тыуған

Бәләкәстәр һау-сәләмәт, бәхетле булһын!

Сибайҙа быйыл һигеҙенсе игеҙәк тыуғанСибайҙа быйыл һигеҙенсе игеҙәк тыуған
Сибайҙа быйыл һигеҙенсе игеҙәк тыуған

Сибайҙа быйыл һигеҙенсе игеҙәк донъяға килгән. Әнүзә һәм Радик Ҡаһармановтарҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ тыуған. Уларға Мәҙинә һәм Мәликә тип исем ҡушҡандар. Әйткәндәй, бөгөн ғаиләлә 12 йәшлек Денис һәм 7 йәшлек София үҫеп килә.

«Игеҙәк буласағын беренсе УЗИ-ҙа уҡ белдек, малай һәм ҡыҙ булыр тип көттөк, — ти атай кеше, — икенсе УЗИ-ҙа икеһе лә ҡыҙ тип әйттеләр, ҡатыным быға ныҡ ҡыуанды».

Яңы тыуған сабыйҙарға «Беҙҙең сабыйға» бүләк йыйылмаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Денис Назаровтан фотоальбом тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас