ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2023, 06:06

Махсус хәрби операция геройы Артур Ғәлиев һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһаған

     

Махсус хәрби операция геройы Артур Ғәлиев һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһағанМахсус хәрби операция геройы Артур Ғәлиев һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһаған
Махсус хәрби операция геройы Артур Ғәлиев һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһаған

Өфөнән махсус хәрби операция геройы, Дәүләт Йыйылышы депутаты Артур Ғәлиев һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Ҡыҙ ризалыҡ биргән. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин үҙенең телеграм-каналында ошондай ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

«Кисә Артур яратҡан ҡыҙына тәҡдим яһаны. Был уның өсөн шәхси тормошонда етди аҙым булып тора. Ҡотлайым, Артур! Республика өсөн башҡарған эшеңә рәхмәт», - тип яҙҙы Забелин.

Артур Ғәлиев үҙе уйнаған «Уралец» хоккей командаһының матчы ваҡытында һөйгәненә балдаҡ кейҙергән һәм гөлләмә бүләк иткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  быйыл майында яҡташыбыҙҙың ҡаты яраланғайны. Алыш ваҡытында штурм төркөмө танк уты аҫтында ҡалған. Снаряд ярсығы яугирҙең ҡулына тейгән. Артур Ғәлиев йәрәхәтләнгән ҡулын жгут менән бәйләгән дә иптәшенә емереклектәр араһынан сығырға ярҙам иткән. Табиптар уның ҡулын һаҡлап ҡала алмаған — ампутацияларға тура килгән.

Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Артур Ғәлиев Суворов миҙалы, Батырлыҡ ордены, «Хәрби отличие өсөн» миҙалы, генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас