ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2023, 15:13

Сиҙәм ауылынан Нурия Сөләймәнова 95 йәшен билдәләй!

Хөрмәтле Нурия инәй улы  Юлайҙың тәрбиәһендә ҡараулы, тыныс ҡартлыҡ кисерә

Сиҙәм ауылынан Нурия  Сөләймәнова 95 йәшен билдәләй!Сиҙәм ауылынан Нурия  Сөләймәнова 95 йәшен билдәләй!
Сиҙәм ауылынан Нурия Сөләймәнова 95 йәшен билдәләй!

Сиҙәм ауылында йәшәүсе Нурия Мөхәмәтрәхим ҡыҙы Сөләймәнова 95 йәшен билдәләй!

Вәлит ауылында тыуып үҫкән инәй тиҫтерҙәре күргән бөтә һуғыш йылы һәм унан һуңғы осор ауырлыҡтарын үҙ иңендә кисерә. Оҙаҡ йылдар дауамында һауынсы, ашнаҡсы, ферма мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ғүмер биргән бер бөртөк улы Юлайҙың тәрбиәһендә ҡараулы, тыныс ҡартлыҡ кисерә ул бөгөн. Хәрәкәттәре ауыр бирелһә лә, аңы теүәл, хәтере яҡшы инәйҙең әле лә. Үҙен тәбрикләргә килгән район, ауыл хакимиәте һәм ветерандар советы рәйесенә ҡыуанып, ул сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Олпат йәшен ҡаршы алған ағинәйҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Артабан да иҫәнлек, һаулыҡ, күңел күтәренкелеге теләйбеҙ!

Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

 

Автор:
Читайте нас