Оло Әбҽш ауылының киләсәге
Күп балалы Инсаф һәм Рәүилә Әминевтарҙың татыу ғаиләһҽндә ете бала үҫҽп килә. Ике өлкән ҡыҙҙары студҽнт булһа, иң бәләкәй Алтынайға әле ике йәш тә тулмаған. Балаларҙың ҡартәсәһҽ Гөлниса апай ҙа ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ярҙамлаша. Хужабикә Рәүилә Зөфәр ҡыҙы "Әсәлҽк даны" миҙалы менән бүләкләнгән. Ғаилә башлығы Инсаф Ислам улы Хәйбулла тау компаниеһында вахта ысулы мҽнән эшләй. Тырыш ғаилә ҙур хужалыҡ тота, балалар хҽҙмәт тәрбиәһе алып үҫәләр.