

Район хакимиәте ҡарары менән яңы йыл байрам сараларын әҙерләү һәм үткәреү планы эшләнеп, бөтә ойошмалар, предприятиелар дәррәү эшкә тотондо.
Боҙ ҡаласыҡтары, әкиәти фигуралар өсөн боҙ килтерелә. Өйгөстәр, лабиринттар, боҙ-тәрилкәләр эшләнә, каток әҙерләнә һәм башҡалар. Барлыҡ төп эштәрҙе ошо көндәрҙә тамамлау планлаштырыла.
Бынан тыш, биналарҙы, йорт-ихаталарҙы иң яҡшы биҙәү, боҙ фигуралары эшләү буйынса конкурстар иғлан ителде.