ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2023, 07:11

Ағинәйгә - 95 йәш

Тыл хеҙмәтсәне, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тормошон район мәғарифы үҫешенә арнаған Сабира Сәхиулла ҡыҙы Юлдашбаева 95 йәшен билдәләне.

Ағинәйгә - 95 йәшАғинәйгә - 95 йәш
Ағинәйгә - 95 йәш

Олпат йәштә оло иғтибар тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә Сабирә Сәхиулла ҡыҙы балаларының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә. Оло юбилейы менән тәбрикләргә лә өй тултырып яҡындары, район һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре, ветерандар советы рәйесе килде. Бар ғүмерен бағышлаған Аҡъярҙың беренсе һанлы мәктәбенең вәкилдәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы юбилярҙы был көндә. Сабира инәй кеүек кешеләр районыбыҙҙың ғорурлығы, йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө.
Балҡып торған йортта кинйә улы Шамилдың хәстәрендә бәхетле ғүмер кисерә ул бөгөн. Йор һүҙле, тормош һөйөүсән хеҙмәт ветераны һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршылай. 95 йәшлек юбиляр хәтере яҡшы булыуы менән генә түгел, илдәге ваҡиғалар менән хәбәрҙәр булыуы менән дә һоҡландыра. Шуға күрә барыһына ла изге теләктәрен еткерә:”Ил-көндәр тыныс булһын да, барлыҡ кешеләр тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһендәр”, - тип теләй.

 

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас