ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2023, 10:52

Йәш лейтенант “Рамзес” СВО-ла хәрби бурысын үтәй

Кадровый офицер  менән осрашыуы тураһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яҙҙы

Йәш лейтенант “Рамзес” СВО-ла хәрби бурысын үтәйЙәш лейтенант “Рамзес” СВО-ла хәрби бурысын үтәй
Йәш лейтенант “Рамзес” СВО-ла хәрби бурысын үтәй

Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан кадровый офицер  менән осрашыуы тураһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов  үҙ сәхифәһендә яҙҙы.

Яҡташыбыҙ, Аҡъяр ауылынан “Рамзес” позывнойлы яугир үҙ тормошон хәрби эш менән бәйләгән. Йәш лейтенант взвод командиры, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. “Рамзес” Ватанды һаҡлап,  хәрби хәрәкәттә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн дәүләт наградаһы—“Жуков” миҙалына тәҡдим ителгән.

Лейтенант  ысын хәрбиҙәрсә аҙ һүҙле, үҙе тураһында күп һөйләргә яратмай. Шул уҡ ваҡытта башҡа яугирҙар менән  Ватанын һаҡлаған хәрби офицер  еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта булыуына ышаныслы белдерә.

Рустам Шарипов

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас