

Аҡъяр ауылынан Баймырҙиндар ғаиләһе бергә йәшәүҙәренең 20 йыллығын билдәләне. Икеһенең дә педагогик хеҙмәт стажы ла 20 йыл. Баймырҙиндар үҙҙәре һәм өс балалары өсөн бәхетле ғаилә нигеҙе булдырған.
2014 йылда Баймырҙиндар “Йәш ғаилә” район бәйгеһендә Гран-при яулай, ә 2018 йылда улар “Башҡортостандың данлы ғаиләләре гөлләмәһе” китабына индерелә һәм Урал аръяғының иң яҡшы 100 ғаиләләренең береһе тип таныла.
Шәһит Мәжит улы 1-се Аҡъяр мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булараҡ, ғилми-тикшеренеү һәм экологияны өйрәнеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Ул мәктәп профсоюзы рәйесе, район һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Район тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе булараҡ, Хәйбулла районы тәбиғәт ҡомартҡылары буйынса экспедиция ойоштора. Тәжрибәле педагог булараҡ, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадалары һәм республика кимәлендә ғилми-практик конференциялар призерҙары һәм еңеүселәрен әҙерләй.
2023 йылда Шәһит Мәжит улы Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Ул Башҡортостан Башлығы премияһы лауреты.
Ләйсән Ришат ҡыҙы бөгөнгө көндә И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында студенттарға биология, экология һәм географиянан белем бирә. Ләйсән Бөтә Рәсәй, республика конференциялары һәм конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Уның мәҡәләләре дәрестән тыш эшмәкәрлек һәм дәрестәр үткәреүҙә иң яҡшы практик йыйылмаларға индерелгән. Уның студенттары Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендиаттары, шулай уҡ халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре конкурстары призерҙары. Ләйсән Рәшит ҡыҙы, класс етәксеһе булараҡ, йәштәргә илһөйәрлек һәм рухи тәрбиә биреүгә айырым иғтибар бүлә.
Баймырҙиндарҙың өлкән улдары Динислам—“Геология” һөнәре буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетының икенсе курс студенты. Шайморат улдары 1-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы. Әмирә ҡыҙҙарына 6 йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.
Автор: Зиля Акъюлова
Фото автора