

2-се Аҡъяр мәктәбенең 6-сы “в” һәм 11-се “б” кластары уҡыусылары СВО яугиры менән осрашты.
“Рамзес”—кадровый офицер, ул да ошо мәктәпте тамамлаған. Әңгәмәләшеү бик йәнле барҙы. Йәш лейтенант үҙенең ни өсөн хәрби һөнәр һайлауы тураһында һөйләне, илһөйәрлек тураһында әңгәмә алып барҙы. Уҡыусылар Ватан һағында торған яҡташтарына ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирҙе. Мәҫәлән, яугирҙарға посылкалар барып етеүе, хәрбиҙәрҙең көн тәртибе, алғы һыҙыҡта нимәләр етмәүе, тыуған ауылын йыш хәтергә алыуы һәм башҡалар тураһында һораштылар. Яугир яҡташтарҙың рухи ярҙамы бик мөһим булыуын билдәләне. СВО зонаһында ул өйҙә уны яҡындары көтөүен һәр саҡ иҫтә тотоуын белдерҙе. Ә уның ысын ир-егеттәрсә бурысы—Ватанды һаҡлау.
“Рамзес” ҡасандыр үҙен уҡытҡан педагогтарға рәхмәт белдерҙе, ә уҡыусыларҙы хәрби хеҙмәттән ҡурҡмаҫҡа, бәләкәй Ватанын яратырға саҡырҙы. Ә мәктәп коллективы һәм уҡыусылар яҡташтарына илһөйәрлеге өсөн рәхмәт белдереп, Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуын теләне.