ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2023, 05:47

Һуғымығыҙ тәмле булһын!

Әбеш ауылынан Хәмит һәм Миңзәлә Мөхәмәтовтарға йылҡы малы һуйырға, ҡаҙы эшләргә йыйылған әбештәр.

Һуғымығыҙ тәмле булһын!Һуғымығыҙ тәмле булһын!
Һуғымығыҙ тәмле булһын!

Әбеш ауылы халҡының тырышып донъя көтөүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡаҙ өмәһе бөтөүгә һуғымдар башланды ауылда.
Ауылдың аҡһаҡалы һәм ағинәйе Хәмит һәм Миңзәлә Мөхәмәтовтарга йылҡы малы һуйырға, ҡаҙы эшләргә йыйылған әбештәр. Хәмит ағай ейәндәрен тире һыҙырырға өйрәтһә, уңған хужабикә ҡаҙы эшләүҙең серҙәрен килендәр менән уртаҡлашты.
Мөхәмәтовтар ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, бер саранан да ҡалмай, ауылдың матур парҙарының береһе улар. Тап ошондай кешеләр ауылдың ғорурлығы һәм йәш быуындың ышаныслы терәге лә инде.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы

Автор:
Читайте нас