

Алдағы көндәрҙә сираттағы гуманитар ылау беҙҙең райондан махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлланасаҡ. Кәрәкле әйберҙәр менән бергә, байрам алдынан хәйбуллалар яугирҙарыбыҙ өсөн яңы йыл күстәнәстәрен әҙерләй. Бөгөнгө көндә туғандарынан һәм яҡындарынан килгән посылкалар менән бергә Яңы йылға оҙатыласаҡ бүләктәр әҙерләнә. Һәр Яңы йыл бүләгенә аҙыҡ-түлек, уҡыусыларҙан хаттар, сувенирҙар, йылы ойоҡбаш һәм бирсәткәләр инә.