ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2023, 16:57

Бына тигән шәп егеттәр!

"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ",- ти халыҡ мәҡәле. Әммә заман шауҡымы менән күп һөнәрҙәребеҙ бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотола бара. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлдәрҙе тергеҙеү, киләһе быуындарға еткереү маҡсатында Әбеш ауылы халҡы «Шәп егет» телевизион проектын тәҡдим итә.

Бына тигән шәп егеттәр!Бына тигән шәп егеттәр!
Бына тигән шәп егеттәр!

"Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ",- ти халыҡ мәҡәле. Әммә заман шауҡымы менән күп һөнәрҙәребеҙ бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотола бара. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлдәрҙе тергеҙеү, киләһе быуындарға еткереү маҡсатында Оло Әбеш ауылы халҡы «Шәп егет» телевизион проектын тәҡдим итә. Ете көн дауамында ауылдың ете егете ете төрлө онотола барған, әммә көндәлек тормошта кәрәк булған һөнәрҙәргә өйрәнәсәк.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә ойошторолған проекттың беренсе көнөндә ауылдың егәрле ир-уҙамандарының береһе Урал Юнысов егеттәрҙе ат ҡарау, уны егеп -туғарыу серҙәрҽнә өйрәтә. Ҡалған көндәрҙә лә егеттәрҙе ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре көтә. Проекттың сығарылыштары тамашасы хөкөмөнә зәңгәр экрандар аша киләһе йылдың ғинуар айында Аҡъяр телевидениеһы эфирҙарында сығасаҡ!

Бына тигән шәп егеттәр!
Бына тигән шәп егеттәр!
Бына тигән шәп егеттәр!
Автор:Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте
Читайте нас