ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2023, 08:55

Башҡортостан Башлығы бөгөн Баймаҡ районына килде

Радий Хәбировтың эш сәфәре 1-се Төркмән ауылының мәҙәниәт йортон ҡарауҙан башланды. Бында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелә.

Башҡортостан Башлығы бөгөн Баймаҡ районына килдеБашҡортостан Башлығы бөгөн Баймаҡ районына килде
Башҡортостан Башлығы бөгөн Баймаҡ районына килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Баймаҡ районына эш сәфәре 1-се Төркмән ауылының мәҙәниәт йортон ҡарауҙан башланды. Бында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелә.

Реконструкция барышында төҙөүселәр бинаның ҡыйығын алмаштыра, яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйыла, электр менән тәьмин итеү һәм вентиляция буйынса эштәр башҡарыла. Бынан тыш тамаша залы өсөн ултырғыстар, компьютерҙар һәм оргтехника һатып алына, сәхнә кейемдәре тегелгән. Мәҙәниәт йорто бинаһында шулай уҡ БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, ҡурайсы, фольклор йыйыусы, педагог Ғата Сөләймәновтың музейы урынлашҡан.

Унда Ғата Сөләймәновтың шәхси әйберҙәре, үҙе иҫән саҡта васыят итеп ҡалдырған музыка ҡоралдары, башҡа залдарҙа урындағы халыҡтың матди мәҙәниәте экспонаттары, шулай уҡ ауыл һәм «Ирәндек» совхозы тарихы менән бәйле әйберҙәр ҡуйылған. Музейҙа Радий Хәбировҡа үҙ ваҡытында Ғата Сөләймәнов яҙған ҡурай тураһында китап бүләк иттеләр. Уны республика Башлығы гранты аҡсаһына сығарҙылар. Республика етәксеһе урындағы халыҡ менән аралашты, улар Радий Хәбировҡа клубты һәм урта мәктәпте ремонтлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ тегеү оҫтаханаһын ҡараны, унда ауыл ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кәрәкле кейем тегәләр. Эш сәфәрҙәренең береһендә тегенселәр Радий Хәбировтан яңы теген машиналары һатып алыуҙа ярҙам итеүен һораны һәм республика Башлығы тейешле йөкләмәләр бирҙе.

"Радий Фәрит улы, һеҙгә ҙур рәхмәт, беҙ шунда уҡ кәрәкле ҡорамалдар алдыҡ, улар менән эш бик тиҙ бара», - тине ауыл ҡатын-ҡыҙҙары.

"Һеҙ бик кәрәкле эш менән шөғөлләнәһегеҙ, һеҙҙең бындай ярҙамығыҙ республика халҡы ебәргән бөтә нәмәне лә һәр ваҡыт рәхмәт менән ҡабул иткән балалар өсөн бик мөһим. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт», - Тине Радий Хәбиров.

Автор:Азат Ғиззәтуллин

Фото:Олег Яровиков
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас