ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2023, 09:20

Бәхет һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа

Дәүләтебеҙҙең көсө һәм ҡеүәте тотороҡло иҡтисад, көслө армияға ғына ҡайтып ҡалмай, ә ныҡлы, берҙәм ғаиләләргә лә бәйле. Ундай ғаиләләр ни тиклем күберәк, дәүләтебеҙ ҙә шунса көслөрәк. Бөгөн беҙ Аҡъяр ауылынан Рауил һәм Альбина Танһыҡҡужиндарҙың һөйөү һәм татыулыҡта йәшәгән күп балалы ғаиләһе тураһында һөйләргә теләйбеҙ.

Бәхет һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙаБәхет һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа
Бәхет һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа

Был ҡышҡы сатлама һыуыҡ көндә беҙ һеҙҙе тыныслыҡ, мөхәббәт һәм ҡәҙер-хөрмәт хакимлыҡ иткән матур ғаилә менән таныштырырға теләйбеҙ. Был Рауил Рамаҙан улы Һәм Альбина Адис ҡыҙы Танһыҡҡужиндар ғаиләһе. Улар 17 йыл татыу донъя көтә, 5 бала тәрбиәләй. Ҙур йорт төҙөгәндәр, баҡса ултырталар.

Ғаилә башлығы Рауил Рамаҙан улы - яратыусы атай, булдыҡлы ир. Мәскәүҙә вахта буйынса эшләй. Йыш ҡына ситкә китеүҙәренә ҡарамаҫтан, хәстәрлекле  атай һәр ваҡыт балалары өсөн ваҡыт таба. Уның ҡулдары алтын, өйҙәге бөтә нәмәне үҙе эшләй. Рауил Рамаҙан улы хоккейҙы бик ярата һәм улдарына ла был спорт төрөнә һөйөүҙе тәрбиәләй.

Альбина Адис ҡыҙы уңған ҡатын, изге күңелле әсәй. Аҡъярҙа дарыуханала ЭВМ операторы булып эшләй. Өйҙә Альбина Адис ҡыҙы наҙлы һәм иғтибарлы, ул балаларының үҫешен күҙәтә, ҡайһы берҙә остаз, ҡайһы берҙә яҡын дуҫ булып тәрбиәләй. Ул ғаиләһе өсөн төрлө тәм-томдар әҙерләргә ярата.

Өлкән улдары Әлмиргә 15 йәш. Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбендә 9-сы класта уҡый. Волейбол менән мауыға һәм, әлбиттә, бөтә малайҙар кеүек үк, компьютер уйындарын ярата. Мәктәпте тамамлағандан һуң И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына уҡырға инергә теләй.

Икенсе һәм берҙән-бер ҡыҙы Радмилаға 10 йәш. Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә 4-се класта уҡый. Ул һүрәт төшөрөргә, бейергә һәм йырларға ярата. Хәҙер мәктәптә вокалға йөрөй.

Уртансы улдары Нурисламға 7 йәш. Быйыл Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға барған. Ул үҫеш уйындарын, конструкторҙарҙы бик ярата. Мәктәптә футбол уйнай.

Улдары Динисламға 6 йәш. Шатлыҡ балалар баҡсаһына йөрөй. Машиналар һәм үҫеш уйындарын ярата. Ата-әсәһе әйткәнсә, ул бер урында ултырмай.

Ә иң кескәй улдары Исламға ни бары 3 йәш. Ул әле «Шатлыҡ» балалар баҡсаһына йөрөй. Ағаһы кеүек конструкторҙарҙы һәм йырларға ярата.

Танһыҡҡужиндар ғаиләһенең үҙенсәлеге булып уларҙың асыҡлығы тора. Уларҙың өйөндә ҙур өҫтәл һәр ваҡыт туғандары һәм дуҫтары өсөн ҡунаҡсыл итеп әҙерләнгән.

Был ғаилә күптәрҙе рухландыра һәм көслө һәм бәхетле ғаиләләрҙең сәләмәт һәм имен йәмғиәттең нигеҙе булыуын күрһәтә. Ғаилә бәхете нимәлә, тигән һорауға 17 йыл  ҡулға-ҡул тотоношоп тормош һуҡмағынан атлаған пар: “Беҙҙең бәхетебеҙ һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа”, – тип яуаплайҙар. Танһыҡҡужиндар ғаиләһе күптәр өсөн сағыу өлгө булып тора. 

Фотолар һәм текст:Хәйбулла районында Ғаилә хеҙмәте.

Бәхет һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа
Бәхет һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа
Бәхет һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас