ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2023, 05:02

Миләүшә Ҡаһарманованың махсус операция биләмәһенән алып барған яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ

Бында килгәс тәртип буйынса мин дә үҙемә позывной һайланым. Миләүшәнең руссаһын алдым: Фиалка. Тик был ҡушамат миңә йәбешмәне. Тәүге көн үк оҙата йөрөгән йәш башҡорт егеттәре "апай" тине лә, шулай китте лә барҙы. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Миләүшә Ҡаһарманованың махсус операция биләмәһенән алып барған яҙмаларын тәҡдим итәбеҙМиләүшә Ҡаһарманованың махсус операция биләмәһенән алып барған яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ
Миләүшә Ҡаһарманованың махсус операция биләмәһенән алып барған яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ

💥СВО-ла яугирҙәр позывной менән. Бык, Дикий, Мираж, Алға, Башҡорт, Хан, Ашхабад һәм башҡалар. Бында килгәс тәртип буйынса мин дә үҙемә позывной һайланым. Миләүшәнең руссаһын алдым: Фиалка😎. Тик был ҡушамат миңә йәбешмәне🤷‍♀. Тәүге көн үк оҙата йөрөгән йәш башҡорт егеттәре "апай" тине лә, шулай китте лә барҙы. Хатта аҡ һаҡаллы афғандар ҙа "апайым"дан һалдырмаһынмы🤦‍♀.
— Һеҙгә Фиалка тип өндәшергә ҡыймайҙар, ахыры, Апай тип һөйләп тик йөрөйҙәр, - тине, ахыры, командир.
— Ярай инде, инәй тимәгәстәр ҙә... - мәйтәм😅.
— Үпкәләмәйһегеҙҙер, улар бит яҡын күреп...

Ниндәй үпкәләү инде? Шулай ҙа шуны аңланым, бында позывнойҙы ҡыҙыҡ өсөн генә һайламайҙар икән. Был ҡыҫҡа ғына код һинең булмышыңа дөйөм характеристика бирә. Мин дә, бына, "Апай" позывнойлы хәрби корреспондент булып ҡуйҙым.

Миләүшә Ҡаһарманова

https://vk.com/milyasha_kagarmanova

 

Автор:
Читайте нас