ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2023, 11:33

Бер телдән дә телем кәм түгел!

Үҙәк район китапханаһында башҡорт теле көнөнә арналған  түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Бер телдән дә телем кәм түгел!Бер телдән дә телем кәм түгел!
Бер телдән дә телем кәм түгел!

Үҙәк район китапханаһында Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан ойошторолған башҡорт теле көнөнә арналған «Бер телдән дә телем кәм түгел!» исемле түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

Донъяла һәр кешенең рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ, милләтте милләт иткән бер булмышы бар  – ул туған телебеҙ. Тел – кешене ғүмере буйы оҙатып йөрөүсе юлдашы, тыуғандан алып һуңғы көндәренә тиклем кеше менән бергә йәшәй.

Мәртәбәле сараны асып район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова Ҡоролтайҙың сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм аныҡ маҡсаттары, бурыстары менән таныштырҙы.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәниәһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булыусы Фәниә Арыҫланова «Телем, илем, халҡым» исемле мөнәжәте телебеҙҙең ни тиклем моңло, сағыу, саф шишмәләй таҙа икәнлеген иҫбат итте.

Артабан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаева «Туған телем – хазинам», Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Вәғиҙә Рауил ҡыҙы Ҡужагилдина «Тел халыҡтың рухи йәшәйеше һәм киләсәге», тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Фазулла ҡыҙы Байғускарова «Телебеҙ – ул тере тарих», Аҡъяр балалар моделле китапханаһы мөдире Сәлимә Альберт ҡыҙы Байгилдина «Туған телем – иркә гөлөм», Практик психолог Гөлиә Әбүзәр ҡыҙы Исҡужина «Туған телебеҙ – күңел нурыбыҙ», Аҡъяр ауылының 2-се һанлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Зәкир ҡыҙы Йәнйегетова «Тел – милли рух тәрбиәләү нигеҙе», Мәмбәт урта мәктәбенең директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Әсҡәт ҡыҙы Мәмбәтова «Телмәр үҫтереүҙә башҡорт халыҡ ижадын ҡулланыу», Иләс ауылы «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Хәлиҙә Сабир ҡыҙы Юлдашбаева «Бармаҡ уйындарының телмәр үҫешенә йоғонтоһо»,  «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Раян Ғафар улы Атнабаев «Телһөйәрлек – заман талабы» исемле темалар аҫтында сығыш яһаны. Ҡатнашыусының сығышына һәр кем үҙ фекерен еткерҙе, бәхәсле, фәһемле сара йәнле барҙы.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың халҡына ҡарата әйтер һүҙе видеояҙма аша тапшырылды: «Тел ул – бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең күп быуатлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү – һәр кемдең изге бурысы», – тине ул.


«Туған телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү һәм уға ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеү өсөн ниндәй генә яңы алымдар, программалар уйлап тапмаһындар кешегә телгә ҡарата һөйөү һәм аңлы ҡараш ғаиләлә һалынмай икән, телебеҙҙең киләсәгенә юл ябыҡ буласаҡ. Ғаилә – бөтә башланғыстарҙың нигеҙен һалыусы, баланың үҫешенә йүнәлеш биреүсе генә түгел, ә әсә теле аша милләттең киләсәген тәьмин итеүсе иҫ киткес ҙур көс. Кемгәлер, нимәгәлер йәки заманға һылтау ташлап, башҡорт телендәге әҙәби китаптарҙы уҡымау, туған телебеҙҙә һөйләшеү өсөн мөхит тыуҙырмау милләтебеҙҙең юҡҡа сығыуына бер этәргес көс булып тора. Һәр кем туған телебеҙҙең үҫешенә, тарихыбыҙҙың юғалмауына, ер-һыу атамаларыбыҙҙың дөрөҫ әйтелешенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә битараф булмай икән, беҙ тулы халыҡ булып мәңге йәшәйәсәкбеҙ», – тип сағыу сараға йомғаҡ яһалды һәм түңәрәк өҫтәл һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителде.

Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы ағзалары, мәғариф хеҙмәте ветерандары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, район гәзите хәбәрселәре, музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренең сығыштарын тыңлағандан һуң, түбәндәгесә хәл иттек:

  • Мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәренә бирелгән сәғәттәрҙең уҡыу планына ярашлы бүленеүен, уларҙы уҡытыу сифатын яҡшыртыу, башҡорт балаларын балалар баҡсаһында туған телдә тәрбиәләү әһәмиәтен, ролен күтәреү маҡсатында район башҡорт ҡоролтайына йәмәғәт контроле булдырырға, мәғариф системаһы менән берлектә эшләргә.
  • Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү дәрестәре кәмеүенә юл ҡуймаҫ өсөн район мәктәптәренә милли мәктәбе статусын алыу мәсьәләһен тикшереү зарур.
  • Һәр кем мессенджерҙарҙа, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрҙә, төркөмдәрҙә башҡортса яҙышып ҡына ҡалмай, башҡаларҙан да башҡорт телендә яҙыуҙарын, башҡортса шрифт ҡуйыуҙарын талап итергә. Шулай уҡ, төрлө ойошмаларҙан үҙ сәхифәләрендә, төркөмдәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡулланылышын талап итеү мөһим.
  •  Балалар өсөн райондың иҫтәлекле урындары буйынса уҡыусылар менән экскурсия ойоштороп, башҡорт ер-һыу атамаларының килеп сығышын, легенда-риүәйәттәре менән таныштырырға мөмкин. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә арналған сараларҙы даими ойоштороу.
  • Үҫеп килгән йәш быуында телһөйәрлек, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү маҡсатында «Аҡһаҡалдар», «Атайҙар» ҡоро, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы менән берлектә мәктәптәрҙә «Балалар һабантуйы», фольклор байрамдары (халыҡ уйындарын өйрәнеү һәм популярлаштырыу) уҙғарыу.
  • Балалар ижад йортонда халҡыбыҙҙың ижадына, ата-бабаларыбыҙҙың аҫыл хазинаһына, тарихына һөйөү, ихтирам тәрбиәләр маҡсатында «Балалар фольклоры» исемле түңәрәк ойошторорға.
  • Арҙаҡлы яҙыусыларҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс кластар араһында «Туған телем – киләсәгем!» исемле шиғри бәйге, тиҙәйткестәр, йомаҡтар һөйләү буйынса конкурстар үткәрергә.
  • Райондың ер-һыу, урамдар атамаларының яҙылыу дөрөҫлөгөн тикшерергә; киләсәктә уларҙы туплап, йәш быуынға теүәл һәм дөрөҫ итеп тапшырыу маҡсатында буклет- йыйынтыҡ баҫтырыу мәсъәләһен район кимәленә сығарырға.
  •  Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында район урамдарында башҡорт телендә баннерҙар урынлаштырырға; ( тыуған ил, тәрбиә, әхлаҡ, тел, тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр).
  • тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү маҡсатында топонимика, ер-һыу атамаларының килеп сығышы тураһында бәйгеләр, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарырға.
  •  Район ойошмалары араһында «Башҡортостан, гүзәл илем» исемле «Алтын тирмә» уйыны үткәрергә.
  • Милли телдәге баҫмаларҙы үҫтереү маҡсатында «Милли матбуғатҡа ярҙам ит» яҙылыу акцияһын ойоштороға.
  • Интернет селтәрендә башҡорт телендә конкурстар, әҙәби викториналар, әҙәби уҡыуҙар (Мостай, Бабич уҡыуҙары һ.б.), конкурстар, квестар ойошторорға, шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр үткәрергә.

Бөгөн үҙен башҡорт тип таныған һәр кеше башҡорт телен бөтә камиллығында белеү генә түгел, ә уны һаҡлап алып ҡалыуҙы үҙенең изге бурысы итеп һанарға тейештер. Ата-бабаларҙан быуаттар буйы тапшырылып килгән аҫыл хазинаһын юғалтһаҡ, беҙҙе киләсәк быуын ғәфү итмәҫ. Телебеҙҙе бөтә камиллығында өйрәнәйек, һаҡлайыҡ, үҫтерәйек. Рух һәм аң кимәленә өлгәшеүҙең нигеҙе – телебеҙ.


Сығанаҡ: https://haibcbs.ru/2023/12/11/35257/ 

Автор:
Читайте нас