

«Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы» тип йырлана халҡыбыҙҙың боронғо бер йырында. Атҡа атланып яу сапҡан, Парижды, Порт-Артурҙы, Берлиндың үҙен дә айҡаған, ниҙәр генә күрмәгән шул азаматтарыбыҙ! Мәҡәләмдең геройы ла илебеҙҙең данлы үткәнен, ата-бабаларҙың оло яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығын тормошта өлгө итеп алып, әрме хеҙмәтен үҙ иткән – «Вечный» позывнойлы яугир.
Татыр-Үҙәк ауылы егете хеҙмәт юлын Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында башлай, ә 2020 йылда әрме сафына алына. Байҡал аръяғы крайында хәрби бурысын үтәгәндә, тормошон әрме хеҙмәте менән бәйләргә була. Һәм 2021 йылдың июнендә үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, яҡындары егеттең был ҡарарына ҡаршы төшмәйҙәр. Армияла йөҙөүсе транспортёрҙар взводының командиры булып хеҙмәт итә.
2022 йылдан Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яугир менән әңгәмәләшкән ваҡытта ул ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтып, ғаилә ҡосағында ял итә, көс йыя ине. Шул арала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән дә осрашып өлгөрҙө ул. Осрашыу барышында егет үҙенең хәрби көндәлек тормошо хаҡында һөйләп, борсоған көнүҙәк көнкүреш мәсьәләләре менән таныштырған. Рөстәм Динислам улы яҡташыбыҙға Рәхмәт хаты тапшырған. «Бындай осрашыуҙар файҙалы, төрлө мәсьәләләр буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшергә мөмкин булды», – ти сержант.
Яҡташыбыҙҙан йәшәү шарттары, хәрбиҙәрҙең бер-береһенә ярҙам итеүҙәре, тыуған яҡты, яҡындарын һағыныуҙы нисек итеп еңеүҙәре тураһында беҙ ҙә һораштыҡ. Ләкин, яҡташыбыҙ йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙен бик етди һәм өлкәндәрсә тота. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан башҡа егеттәр кеүек үк, унда булған ваҡиғалар тураһында бик әҙ һөйләй. Яуап бирһә лә, ҡыҫҡа һәм теүәл. Ҡыҫҡаһы, ысын хәрбиҙәрсә.
«Махсус хәрби операция биләмәһендә сапёрҙар отделениеһы командиры булып хеҙмәт итәм. Бында хәрби дисциплина күҙәтелә, беҙ бер ғаилә кеүек дуҫ-татыубыҙ, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йөрөйбөҙ. Әлбиттә, алғы һыҙыҡта йәшәү-көнкүреш шарттары еңелдән түгел. Ҡорал менән һәр кемебеҙ яҡшы тәьмин ителгән. Шулай ҙа хәрбиҙәр өсөн иң ҡәҙерлеһе — тыуған яҡтан килгән посылкалар. Ләкин мин икенсе төбәктә булғанда контракт төҙөгәс, ҡыҙғанысҡа күрә, республиканан ебәрелгән гуманитар ярҙам килеп етмәй», — тип һөйләне яугир.
СВО биләмәһендә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, хәрби антҡа тоғролоғо, лайыҡлы хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған. Илһөйәрлек тәрбиәләү бурысының һәр заманда көнүҙәк мәсьәлә булыуын хәҙерге тормош үҙе лә иҫбатлап килә, «Вечный» позывнойлы хәрби ҙә бының буйынса фекерен белдерҙе. «Мәктәптәрҙә, мәҙәниәт усаҡтарында, ғөмүмән ауылдарҙа патриотизм темаһына арналған төрлө саралар уҙғарыу бик мөһим. Шул уҡ ваҡытта илһөйәрлек тәрбиәләү ғаиләлә башланыуын да оноторға ярамай», — тигән фекерҙә яҡташыбыҙ.
Эйе, махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән беҙҙең егеттәр – ысын геройҙар, улар Тыуған ил өсөн генә түгел, һәр беребеҙ өсөн дә көрәшә. Беҙ бер ҡасан да яугирҙарыбыҙға иң изге теләктәрҙе ҡабатлауҙан туҡтамайбыҙ: «Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!»