ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2023, 09:50

Хәйбулла волонтерҙары—Рәмилә һәм Евгений Фрайнт

Ирекмәнлек хәрәкәтендә бер тулҡында эшләгән илһөйәр йәштәр бар беҙҙең районда

Хәйбулла волонтерҙары—Рәмилә һәм Евгений ФрайнтХәйбулла волонтерҙары—Рәмилә һәм Евгений Фрайнт
Хәйбулла волонтерҙары—Рәмилә һәм Евгений Фрайнт

Беҙҙең районда Евгений Александрович һәм Рәмилә Әлфәрит ҡыҙы Фрайнт ғаиләһе йәшәй, улар “Хәйбулла ирекмәндәре” район хәрәкәте волонтерҙары.  Рәмилә волонтерҙар хәрәкәтендә беренсе көндән эшләй. Ул  район ирекмәндәре хәрәкәтен тәүгеләрҙән булып башлаусыларҙың береһе һәм әүҙем ағзаһы.

Нескә генә һөйкөмлө ҡыҙыҡай 2021 йылда районда урман янғындарын һүндереү ваҡытында  волонтерлыҡ эшен башлап, ҙур ярҙам атҡара. Ул юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Әле иһә йылдан ашыу барлыҡ ирекмәндәр менән берлектә махсус хәрби  операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итә.

Рәмилә  сығышы менән Алтай крайынан булған  егеткә, Евгенийга кейәүгә сыға. Бәхетле йәш ғаиләлә бер малай үҫә.  Евгений Александрович та  кешелекле, оло йөрәкле егет. Беҙҙең райондан булмаһа ла, бер яугирҙы ла шәхсән белмәһә лә, СВО-ға ярҙамға күп нимә алып, ебәрә. Бер генә уңышлы кеше лә ул тиклем эшләмәгәндер.

Хәҙер Рәмилә менән Евгений волонтерлыҡ хәрәкәтендә бер тулҡында эшләй, ватан һаҡсыларына ярҙам итәләр. Икеһе лә  тиҙ генә дөрөҫ  ҡарар ҡабул итеп, проблемалы мәсьәләне уңышлы хәл итергә беләләр. Бына ошондай  изге күңелле, кешелекле, башҡалар проблемаһына битараф булмаған, ысын илһөйәр ғаиләләр бар Хәйбулла районында.

Гөлсәсәк Ниғмәтуллина. 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас