ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2023, 16:52

Таналыҡ ауыл биләмәһендә халыҡ ниндәй һорауҙар күтәрҙе?

Был турала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә яҙҙы

Таналыҡ ауыл биләмәһендә халыҡ ниндәй һорауҙар күтәрҙе?Таналыҡ ауыл биләмәһендә халыҡ ниндәй һорауҙар күтәрҙе?
Таналыҡ ауыл биләмәһендә халыҡ ниндәй һорауҙар күтәрҙе?

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәхифәһендә бөгөн Таналыҡ ауыл биләмәһендә отчет йыйылыштар дауам итеүен хәбәр итте. Халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү ауылдарҙы үҫтереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.

--Савельевкала йәшәүселәр  ауылды һыу менән тәьмин итеү, бәйләнештең тотороҡһоҙлоғо,  мәктәп территорияһын ремонтлау һәм ҡоймалау, юлдарҙы ремонтлау,  автобус хәрәкәте,  ауылды төҙөкләндереү,  клубтың ишеген һәм ҡыйығын алмаштырыу, музыка аппаратураларын алыу, ауылға күсмә медицина тикшереүе килеүен тәьмин итеү, контрафакт алкоголь продукциялары һатылыуы тураһында мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Яңы Украинкала  халыҡ менән  кәрәҙле бәйләнеш менән тәьмин итеү, белем усағын ренмонтлау һәм төҙөкләндереү, ФАП һәм ауыл клубын ремонтлау,  пассажирҙарҙы йөрөтөү, урамдарҙы яҡтыртыу,  быуа ярын нығытыу, юлдарға ҡырсынташ түшәү һәм ауыл территорияһын тәртипкә килтереү мәсьәләләре буйынса һөйләшеү алып барҙыҡ,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас