

Өфө ауылында йәшәүсе Сәйетов Ғайсар Кирәй улы бөгөн туҡһан йәшен билдәләй!
Ғайсар олатайҙың ҡартлығы хәстәрлекле һәм бәхетле. Йылы өйҙә кинйә улы Урал, килене менән көнгөр-ҡаңғыр итеп йәшәп ятмыштары. Балалары хәстәренән, иғтибарынан өҙмәй уны-сәләмәтлеген ҡурсалап, һәр яҡлап ярҙам итеп кенә торалар.
Әммә тормош юлы һәр ваҡыт бөгөнгөләй булмай олатайҙың. Малай ғына сағынан тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә мул татый ул. Дәһшәтле һуғыш йылдары артта ҡалып, тыныс тормош башланғас ең һыҙғанып илде аяҡҡа баҫтырыуҙа - хеҙмәт яланында көрәшкән быуын вәкиле ул. Ғайсар Кирәй улы оҙаҡ йылдар дауамында механизатор, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы тиҫтәләрсә йылдар урман хужалығында водитель булып эшләй. Бөгөн дә теремеклеген, ихласлығын ташламаған олатайҙың оҙон ғүмерле булыуының сере лә, моғайын, хеҙмәт менән сыныҡҡан быуын вәкиле булыуына ҡайтып ҡалалыр. Үҙенең булмышы менән донъяны йәмләп, нурлы йорттарына ҡот өҫтәп йәшәп ятҡан олатайға артабан да ныҡлы сәмәләмәтлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ!
Администрация Хайбуллинского района