

Бар ғүмерен водитель булып эшләгән Ғәббәс Ғәлимйән улының иңендә алтмыш йыллыҡ хеҙмәт стажы. Тормош иптәше Люциә Сафа ҡыҙы менән алтмыш биш йыл тиң-тигеҙ ғүмер иткән өлгөлө ғаилә башлығы ла ул. Бер-береһенә терәк-таяныс булып, тыныс бәхетле ҡартлыҡ кисерә улар. Туҡһан йәшен артмаҡлаған олатай мәртәбәле юбилейын күңел күтәренкелегендә ҡаршы алып, башҡаларға ла үҙенең изге теләктәрен юллай. Уға ҡарап, туҡһанды бирмәҫһең дә, шөкөр! Эшсән, хәрәкәтсән, күңеле матур, тормошто, кешеләрҙе яратҡан, зиһене салт булған Ғәббәс Ғәлимйән улына артабан да ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы