Зиннәт Әйүп улы Оло Әбеш ауылында Әйүп һәм Нәзирә Ниғмәтуллиндарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылындағы мәктәптә 10-сы класты тамамлай. Уның әйтеүенсә, ул ваҡытта был «ҡыҙыҡлы мәктәп» була, һәм унда тормош ҡайнай. Ул Өфөләге БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инергә һәм тарих уҡытыусыһы булырға хыяллана. Әммә был ваҡытта районда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында табиптар етешмәй һәм уға терапевт һөнәрен һайларға тәҡдим итәләр.
«Атайым, ҡартатайым һәм ағайым бөтәһе лә ветеринар булған. Уларҙың был эш менән шөғөлләнеүен күрҙем, әммә мин кешеләрҙе дауаларға ҡарар иттем, Өфөгә медицина институтына уҡырға инергә барҙым, – тип хәтерләй ул. –Өфөгә АН-2 самолетында барып еттек. Ауыл хужалығы институтында уҡырға йыйынған класташым Фәйзулла Аҡбалин менән икебеҙ ата-әсәһеҙ остоҡ. Физика, химия һәм рус теле буйынса имтихандарҙы уңышлы тапшырҙым. Алты йыл дауалау факультетында уҡыным. Белоретта терапия буйынса интернатура үткәндән һуң Аҡъярға йүнәлтмә буйынса ебәрҙеләр. Ул ваҡытта 8-9 табип эшләй ине: Ғ.Бохарбаев, Р. Рәхмәтуллин, М. Хилажева, А. Аҡбалина, Р. Исламов, Р. Ҡудашева, С. Фәтхуллин, Р. Юнысов һәм башҡалар. 70-80- се йылдарҙа үҙҙәренең кадрҙарын район советы, район партия комитеты эшкә килгәндәрҙе торлаҡ менән тәьмин итте. Ул ваҡытта табиптар, уҡытыусылар кеүек үк, ауылда абруйлы кешеләр була. 90-сы йылдарҙа үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тәлғәт Әхтәм улы Солтанов егермеләп медицина хеҙмәткәре өсөн, шул иҫәптән беҙҙең ғаиләгә йорттар төҙөргә ярҙам итте».
Зиннәт Әйүп улының хеҙмәт эшмәкәрлеге терапия бүлегендә башлана, һуңынан уны 1979 йылға тиклем ойоштороу-методик эш буйынса баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Документтар, отчеттар, даими командировкалар, ФАП шарттарын тикшереү өсөн райондың тораҡ пункттары буйлап туҡтауһыҙ йөрөүҙәр менән бәйле эштәр уның күңеленә хуш килмәй. Бер аҙҙан баш табип Фазылйән Ишемов уға невропотолог һөнәрен өйрәнергә тәҡдим итә. Шул ваҡыттан алып 2017 йылға тиклем, йәғни пенсияға сыҡҡанға тиклем, ул был вазифаны биләй. Уның пациенттары күп була, бөтәһе лә ҡатмарлы диагноздар менән һәм ярҙам һорап килә. Хәҙер ҙә ул күп уҡый, белемен яңырта.
Зиннәт Әйүп улы яңы дауалау ысулдарын эҙләй һәм 1989 йылда Өфөлә энә менән уколлау буйынса курстар үтә, пациенттарында ҡуллана башлай. Баш нервылары, остеохондроз – урындағы халыҡ уға ғәҙәттә ошолар менән мөрәжәғәт итә.
Уның профессионализмы һәм үҙ бурысын намыҫлы үтәүе «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» исеме менән билдәләнде.
Хәҙер ул хаҡлы ялда, әммә эшмәкәрлеген дауам итә һәм шәхси клиникаларҙа медицина тикшереүе үткәрә.