Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2023, 20:02

Афарин, Әбеш ауылы уҙамандары!

Ауылдаштар бергәләп яугир йәшәгән йорттоң ҡоймаларын яңыртҡан

Афарин, Әбеш ауылы уҙамандары!
Афарин, Әбеш ауылы уҙамандары!

"Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабы еңеүселәре - Оло Әбҽш ауылы халҡы әле махсус хәрби операцияла йөрөүсе ауылдашы, Илһам исемле яугирҙың урам яҡ ҡоймаларын яңыртып ҡуйғандар. Материалдар менән яугирҙың класташтары тәъмин итһә, өмәлә ауылдың егәрле ир-егеттәре ҡатнашҡан. Ауыл старостаһы Теүәлбаев Йыһанур, Ҡыҙрасов Йыһангир, ауыл муллаһы Дамир хәҙрәт, ауылдаштар Рауил Әминев, Руслан Ибраһимов һәм Иҙрис Шәкиров күмәкләп, һә тигәнсе атҡарып сыҡҡан был эште. Афарин, Әбеш ир-егеттәренә. Яуҙа йөрөгән батыр һис шикһеҙ ҡыуаныр, ҡанатланыр ауылдаштарынан был хәбәрҙе алып!

Афарин, Әбеш ауылы уҙамандары!
Афарин, Әбеш ауылы уҙамандары!
Афарин, Әбеш ауылы уҙамандары!
Афарин, Әбеш ауылы уҙамандары!
Афарин, Әбеш ауылы уҙамандары!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: