ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2023, 17:11

Баҡал ауылынан Татьяна Купцова башҡортса йырланы

Ул “Айыҡ ауыл” конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнашҡан Баҡалда  ағинәйҙәр клубын етәкләй. Конкурс барышында  ауылда ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләгәндән һуң, башҡортса йырлап та ишеттерҙе #АйыҡАуыл2023  

Баҡал ауылынан Татьяна Купцова башҡортса йырланыБаҡал ауылынан Татьяна Купцова башҡортса йырланы
Баҡал ауылынан Татьяна Купцова башҡортса йырланы

Баҡал ауылында  бер нисә милләт кешеһе татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәй.

Бер нисә йыл дауамында әүҙем эшләгән “Ағинәйҙәр клубы”ның етәксеһе Татьяна Купцова. Ул башҡорт телендә лә иркен һөйләшә. Ауылда  рус һәм башҡорт халҡы ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға тос өлөш индерә.  Баҡал ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында тәүгә ҡатнаша. Конкурсҡа йомғаҡ яһау район мәҙәниәт йортонда үтеп, унда  Татьяна  Купцова ауыл биләмәһе башлығы менән бергәләп башҡарылған эштәр тураһында бәйән итте.  Аҙаҡтан  матур башҡорт йырын башҡарып, залда ултырыусыларҙың күңелен яуланы.


#ТрезвоеСело2023
#АйыҡАуыл2023

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас