

Фәғилә Зәбих ҡыҙы Иҫәнбаева үҙенең 90 йәшен билдәләне.
Йылайыр районында тыуып үҫкән Фәғилә Зәбих ҡыҙы Подольск ауылына килен булып төшә. Оҙаҡ йылдар дауамында төрлө тармаҡтарҙа көс түгә. Тормош иптәше менән бергә биш балаға ғүмер бүләк итә. Иҫән ҡалған өс балаһының иғтибарына төрөнөп, бәхетле, тыныс ҡартлыҡ кисерә инәй бөгөн. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әлегәсә үҙ аллы йәшәй, йорт эштәрен башҡара. Хәтере лә шәп,зиһене лә теүәл. Үҙен тәбрикләргә килгән туғандары, ауылдаштары менән кинәнеп хәтер йомғағын һүтеп, изге теләктәргә ҡойоноп аяҡ баҫты ул туҡһан йәшенә.
Күркәм юбилейы менән тәбрикләп, Фәғилә Зәбих ҡыҙына артабан да ныҡлы сәмәләмтлек, күңел күтәренкелеге теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.