ЙӘМҒИӘТ
27 Ноябрь 2023, 04:46

Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ, Вәзәм оҫталары!

Уларҙың сираттағы уңыштары тураһында һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ, Вәзәм оҫталары!Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ, Вәзәм оҫталары!
Ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ, Вәзәм оҫталары!

Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда "Башкорт шәле" асыҡ фестиваль-конкурс уҙҙы.

Төрлө райондарҙан килгән шәлселәр араһында республикала беренселәрҙән булып боронғо кәсеп- һуҡма шәлдәрҙе тергеҙеүсе "Вәзәм шәле " халыҡ клубы оҫтабикәләре лә ҡатнашып лайыҡлы рәүештә эштәрен күрһәтеп еңеүҙәргә өлгәшеп ҡайтты. 10 йыл инде һуҡма шәлдәрҙең матурлығын, йылылығын, ҡиммәтен күрһәтеп, өйрәтеп йөрөүсе Сурина Райхана Шәйхислам ҡыҙы Сурина Нурсия Абдулла ҡыҙы "Мамыҡ шәл" номинацияһында lll, Сурин Риф Азат улы "Кәзә мамығын эшкәртеү ҡоролмалары эшләүсе оҫта" номинацияларында lll урын яуланылар. Улар һәр береһе дипломдар һәм 4000 хумлык сертификат менән бүләкләнделәр.

Артабан да Башҡорт шәлен күтәреү, һаҡлау, тергеҙеү эшен уңышлы дауам итергә яҙһын!

Администрация Хайбуллинского района

 

 

Автор:
Читайте нас