

Аҡнаҙар ауылында Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам үткәрелде.
Байрам башланыр алдынан әсәйҙәргә имтихандағы һымаҡ билеттар бирелдҽ, ул билеттарҙы улар һорауҙарын бҽлмәйенсә ябыҡ ятҡан килҽш һайлап алдылар. Һорауҙар, әлбиттә, төрлөсә ине. Был " имтихан" "Уҙған тормошоңа байҡау яһау" тип аталды.Билеттарҙың һорауҙарына әсәйҙәр бик ҡыйынһынмай ғына яуап бирҙеләр,ни өсөн тигәндә улар үҙҙәрҽнҽң ғүмер йомғағын һүтәләр ине. Бик матур ентекле итеп һөйләнеләр, уларҙың бөтәһенә лә бишлҽ билдәһе һәм һәйкәл ҡуйырлыҡ ине.Ни өсөн тигәндә һикәлтәлҽ тормош юлын үтҽп,балаларын кҽше итеп,һәр бҽреһҽн тормош юлына аяҡ баҫтырып индҽ рәхәтлеккә сыҡҡан апай -инәйҙәрҙҽң сығыштарына һоҡланмау мөмкин түгел .
Сәй табыны янында барған имтиханыбыҙ шундай матур хәтирәләр мҽнән үтеп киттҽ, рәхмәт килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға,киләһҽ тормоштарығыҙ ҙа ал-да гөл булып иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын!