ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2023, 09:37

Лира Мәмбәтованың алтындай алты бәхете

Мәмбәт ауылынан Лира Мәмбәтова  дүрт ул һәм ике ҡыҙ үҫтерә. Ҡайһы берәүҙәр өсөн  ишле бала тәрбиәләү ауыр хеҙмәт кеүек тойолһа,  Лира өсөн был оло бәхет-ҡыуаныс. Беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә лә  улдары һәм ҡыҙҙары тураһында һөйләгәндә  әсә кешенең күҙҙәренән һөйөү сатҡылары түгелеүе быны асыҡ дәлилләне.

Лира Мәмбәтованың алтындай алты  бәхетеЛира Мәмбәтованың алтындай алты  бәхете
Лира Мәмбәтованың алтындай алты бәхете

 Бөтә донъя мәшәҡәтен һәм балалар тәрбиәләүҙе үҙ иңендә күтәргән яңғыҙ йәш ҡатындың ауырлыҡтары ла барҙыр, әммә көслө рухы барлыҡ проблемаларҙы йырып сығыуға булышлыҡ итә. Үҙ проблемаларын ғына түгел, район волонтерҙары ағзаһы булараҡ, башҡа кешеләргә лә ярҙамға ашыға ул. Әйҙәгеҙ, барыһы тураһында ла бәйнә-бәйнә һөйләйек.

Лира Мәмбәтова һәм уның тормош иптәше Рифмир (үкенескә күрә, хәҙер мәрхүм) балаларына матур мәғәнәле башҡорт исемдәре ҡушҡан: Ильяс, Илүзә, Илһам, Ислам, Айзилә, Инсаф.

-Балаларыбыҙҙың һәр береһен яратып  көтөп алдыҡ.  Ирем дә бер ваҡытта ла  ҡаршы булманы, киреһенсә, һәр береһенә ҡыуана торғайны. Бәләкәй саҡтарында  мәшәҡәтерәк булһа ла,  ҙурая төшһә, бер-береһенә ярҙам итеп, бергә уйнап, аралашып үҫәләр.  Алты балам да бер-береһен тауҙай яҡларға әҙер. Йәш аралары күп булмағас, тиңдәштәр кеүектәр, ҡыҙыҡһыныуҙары ла оҡшаш,--ти Лира.

Ишле ғаиләләге өлкән улдары Ильясҡа 14 йәш, ул 8-се класта уҡый. Бик яҡшы уҡый, математика фәненән һәләтле. Әсәһенә ҙур ярҙамсы ул,  малдарҙы тәрбиәләү уның ҡарамағында, өйҙәге эштәргә лә шәп. Тиңдәштәре  мотоцикл, мопедта йөрөгәс, әсәһе  йәлләп уға ла мопед алырға тәҡдим итә. “Әсәй, ул аҡсаға өй өсөн башҡа нимә алыуың яҡшыраҡ булыр”,- тип кәңәш итеүе лә, уның әленән төплө фекер йөрөтә белеүе тураһында һөйләй.  Туғандары өсөн дә әленән яуаплылыҡ тота үҫмер малай. Илүзә 7-се класта белем ала. Уҡыуға ынтылышы ҙур, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша. Илһам 5-се класс уҡыусыһы. Әйткәндәй, ул инглиз телен яратып өйрәнә.  Бик аралашыусан малай һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. 4-се класта уҡыған Исламдың киләсәктә хәрби  йәиһә  полицейский булып, кешеләрҙе яҡлайым тигән ҙур хыялы бар. Яҡшы билдәләргә өлгәшкән малайҙы уҡытыусылары маҡтай. Үҙе лә бик ихлас, һәр кемде ауыҙ тултырып башҡортса сәләмләй. 3-сө класс уҡыусыһы Айзилә  бик әүҙем, ижади яҡтан һәләтле бала. 5 йәшендә үк  бишек йыры республика конкурсында Гран-при яулай. Ҡартәсәһе Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы һәләтле ейәнсәрен сәхнәгә алып сыға, бергәләп төрлө бәйгеләрҙә, сараларҙа ҡатнашалар. Кинйәтәй Инсаф беренсе класҡа барған. Әленән математик һәләте бар. Ҙур һандарҙы ла эстән һанап, тиҙ үк дөрөҫ яуабын да бирә.

-Балаларымдың барыһының да  белем алыуға ынтылышы көслө.  Хәҙерҙән үк нимә күңелегеҙгә яҡын, шул шөғөлөғөҙҙө үҫтерегеҙ, ҡайҙа теләйһегеҙ, шунда уҡырға инегеҙ, яратҡан һөнәрегеҙҙе алығыҙ тип өйрәтәм.  Ана шунда-бында уҡырға инегеҙ, һиңә шул һөнәр яҡшы тип үҙ фекеремде  таҡмайым. Яратҡан шөғөлдәрен үҫтереүгә аҡса йәлләмәйем, нимә кәрәк һатып алам,- ти әсә.

Мине әңгәмәсемдең әүҙем ирекмән булыуы ла һоҡландырҙы. Хәйер, Лира менән нәҡ ошо юҫыҡта алдан да таныш инем. Сөнки  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улым  район ирекмәндәре аша гуманитар ярҙам алды.

--Ирекмән булыу алдан уйланылманы. Хәтерегеҙҙәме, 2021 йылда Әбеш ауыл биләмәһендә урман янғындары башланды. Тәбиғәт үҙе ярҙамға мохтаж булғанда ни йәнең менән өйҙә тыныс ҡына ултырырға була? Районға сит тарафтарҙан урман һүндереүселәр ағылды. Тәүгә Хәйбуллаға аяҡ баҫҡан ирекмәндәргә ярҙам кәрәк булды. Уларҙы ҡаршы алып, Әбешкә тиклем алып барып, артабан кире оҙатыу маҡсатында координатор булдым. Шул саҡта башҡа район волонтерҙары менән танышып киттек. Бында шул тиклем изге күңелле, башҡа кешеләргә ярҙам итеү өсөн барлыҡ мәшәҡәттәрен ситкә ташлаған  оло йөрәкле кешеләр менән эшләргә насип булды. Әле бына СВО бара, егеттәр яуҙа, улар ҙа беҙҙең хәстәргә, ярҙамға мохтаж. Мәмбәт ауылы халҡы менән маскировкалау селтәрҙәре лә үрәбеҙ, гуманитар ылауға ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Волонтерҙар бер генә яугирҙың да һорауын ситкә ҡаҡмай, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүгә барлыҡ көсөн һала,--тине Лира Рәсүл ҡыҙы.

Мәмбәт ауылында бына ошондай бәләкәй генә кәүҙәле, әммә көслө рухлы, киләсәктә  балаларын  ҙур тормош юлына осороуға ныҡлы иңен ҡуйған, уларға  ышаныслы терәк булған әсә йәшәй.

Мәрйәм Иманғолова.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас