

-Башта ике йыл Федоровка, Атингән, Ивановка, Әбеш, Аҡъюл ауыл биләмәһе буйынса үҙем генә участковый булып эшләнем. Һуңынан миңә “напарник” булып эшкә Рөстәм Ҡолбулдин килде. Әле минең ҡарамаҡта - Федоровка, Атингән, Ивановка ауыл биләмәһенә ингән ауылдар. Әммә больничный, ял, отпуск мәлдәрендә Рөстәм менән бер-беребеҙҙе алыштырабыҙ һәм Әбеш, Аҡъюл ауыл биләмәһен дә хеҙмәтләндерәм,- ти Вадим Ришат улы.
Вадим Нурғәлиндың күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы, Хәйбулла районы буйынса эске эштәр бүлеге, район хакимиәтенең Почет грамоталары менән баһаланған.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 47-се һанында.