

Мәғлүм булыуынса, РФ президенты В.В.Путин указы буйынса йыл Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙ Айнур Ғүмәровты элекке уҡыусылары сюрприз яһаған.
Айнур Мансур улы Өфө ҡалаһында Республика инженерҙар лицей-интернатында химиянан белем бирә. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты, юғары категориялы уҡытыусы. Педагогтың уҡыусылары төрлө бәйге-олимпиадаларҙа бихисап еңеүҙәргә өлгәшкән, шул иҫәптән 4-һе – Халыҡ-ара олимпиадаларҙан миҙал менән ҡайтҡан.
Шуға күрә лицейҙы тамамлаусылар, Айнур Мансур улының уҡыусылары, бөтә химиктар исеменән рәхмәт йөҙөнән уға ҙур сюрприз яһайҙар һәм яңы машина бүләк итәләр. Афарин!