Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2023, 11:43

“Тормошомдан уңдым”, - ти Мирсәйет Юнысов

“Йәншишмә” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғ­лүмәт хеҙмәткәре,  яҡташыбыҙ Мирсәйет Юнысов алтын көҙҙә күркәм юбилейы – 60 йәшен  билдәләне. Ошо айҡанлы уның тормош һәм хеҙмәт юлына байҡау яһаныҡ.

“Тормошомдан уңдым”, - ти Мирсәйет Юнысов
“Тормошомдан уңдым”, - ти Мирсәйет Юнысов

-Мирсәйет Ғүмәр улы, күптән түгел күркәм юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ.  Үткән ғүмер юлығыҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?  Тормошоғоҙҙан уңдығыҙмы?

-Ваҡыт тигәнең тиҙ үтә икән, 60 йәшемә еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ғүмер юлымда төрлө саҡтар булды, әммә уның ҡыуаныслы мәлдәре күберәк, тип әйтә алам. Әлбиттә,төрлө һынауҙар үтергә лә тура килде.Бәләкәй улыбыҙ ауырып киткәс, ныҡ ауыр булды. Хатта Мәскәүгә табиптарға ла барып ҡайттыҡ.  Хәҙер, Аллаға шөкөр, бөтәһе лә артта ҡалды. Улыбыҙ һауыҡты.

Тормошомдан уңдым. Эргәмдә терәк-таяныс булған  ҡатыным Зәлифә, Айҙар һәм Рөстәм исемле ике улым бар. Татыу йәшәйбеҙ. Хәҙер инде улдарымды өйләндерһәк, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине. Ейән-ейәнсәр һөйгө, яратҡы килә.

-Журналистикаға нисек килдегеҙ? “Йәншишмә” гәзитендә ҡасандан мөхәррир булып эшләйһегеҙ?

- Бөтәһе лә Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда хәл ителде. Бишенсе курс аҙағында " Башҡортостан пионеры" (хәҙерге "Йәншишмә") гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Йәнбәковтан саҡырыу алғас, оҙаҡ уйлап тормай, журналист булырға ҡарар иттем. 1986 йылдың 4 авгусында редакцияға эшкә килдем. Хәбәрсе, бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары булдым. Ҡыҫҡаһы, гәзит эшенең бөтә "кухня"һын үттем. Ә 1998 йылда баш мөхәррир итеп тәғәйенләндем.

-Журналист һөнәрен һайлағанға үкенгәнегеҙ булманымы?

-  Журналист һөнәрен һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем. Эшем ныҡ оҡшай. Әле " Йәншишмә"лә эшләүемә - 37, ә редакция менән етәкселек итеүемә 25 йыл булып та китте. Әйткәндәй, мин һөнәрем буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға тейеш инем.Әммә икенсе юлдан китһәм дә, балалар тормошонан, мәктәп донъяһынан айырылманым.Балалар гәзитендә эшләйем бит.

-Тыуған яҡ һағындырамы? Йыш ҡайтаһығыҙмы?

-Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә,тыуған яҡ һағындыра инде ул. Йыл да ҡайтып торам. Беҙҙең Төрткән ауылы юҡ хәҙер. Барыбер атай нигеҙен, үҙебеҙ үҫкән өй урынын күрге килә. Һаман да беҙҙе атай-әсәй,ҡартатай-ҡартәсәйҙәребеҙ көтөп торған кеүек.Төрткәнде, Әбеште, әсәйемдең тыуған ауылы Вәзәмде онотмайым.

- Бәхет төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ?

- Бер төрлө генә яуап биреп булмай инде, уны һәр кем, һәр быуын үҙенсә аңлай, аңлатырға тырыша. Бәхет, минеңсә, үҙең, балаларың, яҡындарың иҫән-һау булыуы, ғаиләңдәге татыулыҡ, һине өйҙә көтөп кенә тороуҙары, хыялдарың тормошҡа ашыуы, яратҡан эшең менән шөғөлләнеү. Мин яҙмышымды "Йәншишмә"м менән бәйләүемде лә бәхет тип һанайым.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 47-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: