

Районда сентябрь айынан “Беренселәр хәрәкәте” тип аталған балалар-йәштәр берекемәһенең урындағы бүлеге эшләй.
Уның етәкселәре—юғары белем алып, районға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр Зариф Баймырҙин һәм Гөлнара Сәмиғуллина.
Муниципаль район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмә был юлы үҙенсәлекле булды. Кеше тормошонда мөһим ваҡиғалар шаҡтай күп булһа ла, паспорт алыу айырыусы иҫтә ҡала торғандыр. “Беҙ-- Рәсәй граждандары” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, 14 йәше тулған бер төркөм үҫмергә тантаналы шарттарҙа паспорттар тапшырылды.