Рәсимә һәм Кәрим Солтановтар Федоровка ауылында йәшәй. Уларҙың ныҡлы һәм татыу ғаилә ҡороуҙарына ла 40 йылдан ашыу. Кәрим Ишҡәле улы әле лә эшләп йөрөй, ә Рәсимә Солтанова хаҡлы ялға тиклем балалар баҡсаһында тәрбиәсе була. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улы ғаиләһе менән Норильск ҡалаһында йәшәй, шахтер булып эшләй, килендәре ҡала дауаханаһында бухгалтер. Ҡыҙҙары Гөлназ Аҡъяр ауылында йәшәй, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында уңышлы эшләй. Улар ҙа өс бала тәрбиәләп үҫтерә.
--Улым әрме сафында хеҙмәт итте, матур ғаилә ҡорҙо. Ауылда йәшәне, өс балалары бар. Ауыл мәктәбе ҡыҫҡартылып, башланғыс звено ҡалғас, балаларҙы уҡытыу маҡсатында Норильск ҡалаһына йәшәргә китергә булдылар. Унда ла уңышлы эшләп, һәйбәт йәшәнеләр, беҙгә лә ярҙам иттеләр. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән һәр йәй ауылға ҡайттылар. Тормош иптәшем Кәрим менән балаларҙа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыштыҡ, емеш-еләк, дарыу үләндәре йыйырға өйрәттек.
Быйыл йәй, сираттағы отпускыға ҡайтҡас, улым СВО-ға барасағын хәбәр итте. Уның иптәштәре лә шунда, шуға тыныс ҡала алманы. Ул яуаплы, етди, әйткән һүҙендә тора белгән кеше. Беҙҙең өгөтләүҙәр ҙә уны туҡтатманы. Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Тоцк ҡалаһында күнекмәләр үтте, әле улым алғы һыҙыҡта. Бәйләнешкә лә һирәк сыға. Әлбиттә, улым менән ғорурланам һәм Хоҙайҙан уның һәм башҡа егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуын теләйем. СВО-ла хәрбиҙәргә рухи ла, матди ла ярҙам кәрәк икәнлеген яҡшы аңлайым. Ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышам. Йәй көнө яугирҙарға тәғәйенләп дарыу үләндәре йыйҙым, һәр береһенә доғалар һалып яҫтыҡтар эшләп, гуманитар ылау менән ебәрергә ирекмәндәргә тапшырҙым,--тине Рәсимә апай.
Гульсасак Нигматуллина