Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2023, 22:42

Байғусҡаровтар Ғәлиәхмәт ауылының өлгөлө ғаиләһе

Азат һәм Айһылыу Байғусҡаровтарҙың  йорттары йәмле, үҙҙәре ҡунаҡсыл, тормоштары бәрәкәтле  

Байғусҡаровтар Ғәлиәхмәт ауылының өлгөлө ғаиләһе
Байғусҡаровтар Ғәлиәхмәт ауылының өлгөлө ғаиләһе

Ғәлиәхмәт ауылынан  Азат Байғусҡаров  Аҡьюл ауылында тыуып үҫкән. Аҡьюл башланғыс,  Әбеш урта мәктәбен тамамлай. Артабан Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға инә.  Яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.

Ә Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы Аҡнаҙар ауылынан. Аҡнаҙар башланғыс мәктәбенән һуң, Йәнтеш урта мәктәбендә уҡый. Һатыусы булырға хыялланған ҡыҙ Йылайыр районында ошо һөнәрҙе ала.  Байғусҡаровтар 1977 йылда өйләнешеп, Ғәлиәхмәт ауылына күсеп киләләр. Улар 4 бала үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  өлкән улдары Самат 18 йәшендә  фажиғәле һәләк була.

Айһылыу Мөҙәрис ҡыҙы Ғәлиәхмәт ауылында “Ағинәйҙәр” клубын етәкләй.  Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда ул.  Айһылыу апай 90 йәшлек бейеме Фәйрүзә Фазлыәхмәт ҡыҙы менән бына инде 47 йыл татыулыҡта, оло хөрмәттә  йәшәйҙәр.

Байғусҡаровтарҙың йорттары йәмле, үҙҙәре ҡунаҡсыл, балалары,  ейәндәре лә бына тигән. Артабан да бәрәкәттә, һаулыҡта йәшәгеҙ.

 

Служба семьи в Хайбуллинском районе

https://vk.com/club181769690

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: