

Оло Әбеш ауылында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, "Йәншишмә" республика балалар баҫмаһының баш мөхәррире Мирсәйет Юнысовтың 60 йәшлек юбилей кисәһе үтте.
Сараға юбиляр менән бергә уның ҡәләмдәш дуҫтары - "Йәшлек", "Өмөт", "Атайсал" гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков, Рәдис Ноғоманов һәм Хәйҙәр Тапаковтарҙың да килеүе оло мәртәбә өҫтәне.
Юбилярҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәүҙәт ҡыҙы Рәсембәтова, Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов, мәғариф өлкәһе ветераны Фазылйән Айса улы Сурин, ауылдашы, Хәйбулла тау компаниеһының генераль директоры Йәһүҙә Юнысов, мәктәп коллективы, синыфташтары һәм туғандары тәбрикләне. Кисә ҡотлауҙар һәм район мәҙәниәт йорто, Әбеш ауылы мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистарының сығыштары мҽнән үрелеп барҙы. Шулай уҡ сара барышында гәзит -журналдарға яҙылыу ойошторолдо. Кисәгә килгән ауылдаштар матур тәьҫораттар, рухи ҡәнәғәтлек алып таралышты.
Мирсәйет Ғүмәр улы Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр матбуғатын үҫтереүгә тос өлөш индергән кешеләрҙең береһе. 25 йыл дауамында ең һыҙғанып "Йәншишмә» гәзите коллективын етәкләп, бихисап буласаҡ йәш журналистарҙы, шағир-яҙыусыларҙы, һәм, ғөмүмән, йәш быуынды үҫтереүгә булышлыҡ итә ул.
Хәйбулланың ғына түгел, бөтә Башҡортостандың лайыҡлы улдарының береһе булыуы менән яҡташтары ғорурлана. Мирсәйет Ғүмәр улына артабан да ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ташып торған дәрт-дарман һәм яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!
Администрация СП Абишевский сельсовет