

Атайлы бала - арҡалы бала, ти халыҡ мәҡәле. Арабыҙҙа ғаиләһе, балалары өсөн йән атып торған, изге күңелле, аҡыллы, яҡшы атайҙар булыуы ҡыуандыра. Шундайҙар иҫәбенә тормош һынауҙарына бирешмәй яңғыҙы өс бала тәрбиәләгән һоҡланғыс атай Аҡъяр ауылынан Рәшит Сәйфуллинды ла индерер инем.
Әбеш ауылында тыуып үҫкән мәҡәләм геройы мәктәптән һуң, Алыҫ көнсығышта ике йыл хеҙмәт итә. Әрменән һуң, ситтән тороп Новотроицк ҡалаһында төҙөлөш техникумын тамамлаған. Әлеге көндә 11 йыл Хәйбулла эксплуатация комплекслы газ хеҙмәтендә слесарь булып уңышлы эшләп йөрөй.
Яҙмышына әсе һынау булып төшкән ауырлыҡтарға бирешмәй, матур йәшәргә, балаларына лайыҡлы тәрбиә бирергә тырышҡан Рәшит Мәжит улы күптәргә өлгө ул. Ике ҡыҙы һәм улына абруйлы атай. Өлкән ҡыҙы Яҙгөл 8-се, Лилиә 6-сы, улы Нурислам 3-сө класта белем ала. Барыһы ла уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшәләр.
Рәшит Сәйфуллин балаларына лайыҡлы тәрбиә бирергә тырыша, хеҙмәт һөйөргә өйрәтә. Балалар ҙа атайҙарын яҡшы уҡыуы, матур тәртибе менән һөйөндөрә. Бергәләп йорт эштәрен башҡаралар.
Йор һүҙле, кешелекле, изге күңелле, алсаҡ Рәшит Мәжит улын барыһы ла хөрмәт итә. Ул балаларына ҡәҙерле атай, хөрмәтле туған, коллега, күрше булып, матур донъя көтә.
-Күп бала атаһы булыу, әлбиттә, еңелдән түгел. Төрлө ваҡыттар булып китә. Әммә балалар менән бәхетлемен. Ҡыҙҙарым һәм улым тормошом мәғәнәһе. Минең урында һәр атай ҙа тап ошолай эшләр, йәшәр ине, - ти күп балалы атай.
Өс бала атаһын бөгөн барыһына өлгө булырлыҡ үҙ заманының геройы тип әйтер инем. Етемдәр булмаһын, һәр бала атайлы-әсәйле, арҡалы булып, һөйөү-наҙға күмелеп, бәхеттә генә йәшәһен. Рәшит Мәжит улына рух ныҡлығы, балаларының уңыштарына ҡыуанып ғүмер итеүен теләп ҡалабыҙ.