

Һәр оло кеше үҙенең ҡартлығы бәхетле булыуын теләй. Йәшлек нисек тә үтә ул, ҡартлығың бәхетле булһын, тиҙәр, ғәҙәттә. Үҙ ғүмерҙәре эсендә күпме ауырлыҡ күрергә-кисерергә тура килмәһен, ҡартлыҡ көндәрен тыныс, бәхетле тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә үткәргән өлкәндәр һәр ауылда бар һәм улар яҡындарының терәге, йорт йәме, ауылдаштары өсөн хөрмәтле ағинәй булып йәшәй. Аҡъяр ауылында ла бихисап ундайҙар. Олпат юбилейын – 95 йәшен билдәләгән Хәҙисә Ғаффан ҡыҙы Усманова шундайҙарҙың береһе.
Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән тыл хеҙмәткәре аяныслы һуғыш йылдарында бил нығытҡан быуын вәкиле. Фронтта һалдаттар тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтһә, ул да тиҫтерҙәре менән бергә тылда иҫ киткес түҙемлек, фиҙаҡәрлек менән эшләп, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайта. Һуңынан оҙаҡ йылдар дауамында бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
- Үҫмер, йәшлек йылдарым һуғыш афәтен күреп, аслыҡта, юҡлыҡта үтһә лә, Аллаға шөкөр, ҡартлығым бәхетле, ти инәй.
Юбилярҙың күркәм бөгөнгөһө бәхет сатҡылары балҡыған нурлы йөҙөндә сағылыш таба. Олпат йәшкә етеп, салт зиһенле, алсаҡ, асыҡ күңелле, күҙе лә күрә, ҡолағы ла ишетә, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ҡыҙы, кейәүе хәстәрлегендә ғүмер йомғағын һүтә. Улы ла әсәйҙәре йәшәгән йорт ишеге тотҡаһын һыуытмай, әленән-әле хәлдәрен белешеп, шатландырып тора. Балалары хәстәрлегендә йәшәгән әсә кеше өсөн шунан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел. Ошондай уҡ именлектә тағы ла оҙаҡ йылдар тыныс ҡартлыҡ кисерергә яҙһын инәйгә!
Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.