

Мәмбәт ауылынан өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операция зонаһына юлланған “Бессмертный” позывнойлы егет сираттағы отпускыға ҡайтты. Яугирҙың түшен Шайморатов ордены, “Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн”, “Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн” миҙалдары биҙәй.
Мәмбәт ауылынан СВО-ла хәрби бурысын үтәгән доброволецтар бар, әммә Тимур өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хеҙмәт иткән берҙән-бер хәрби. “Махсус хәрби операция башланғанға тиклем Себер тарафтарында эшләй инем. Сираттаға вахтаға йыйынып, сумкаларҙы тултырып ҡуйған ғына инем, ҡулға повестка тотторҙолар. Айышына ла төшөнөп өлгәрмәнем, ике сәғәттән килеп алдылар. Әйберҙәр менән тулы сумканы ғына алдым да, тиҙ генә әҙер булдым”,--ти егет.
“Бесстрашный” үҙ ваҡытында әрме хеҙмәтен үтәй. Әле ул СВО-ла элемтәсе.
--Тәүҙә Ҡазан ҡалаһы янында хәрби күнекмәләр үттек. Бер айҙан махсус хәрби операция зонаһына юлландыҡ. Һуғыш булғас, төрлөһө була. Бигерәк тә йәшәп тә өлгөрмәгән йәштәрҙең һәләк булыуы йөрәкте иңрәтә. Яҡташым, бер батальонда хеҙмәт иткән, бер-беребеҙгә терәк булған Хәйбулла егете Зәкир Исҡужиндың үлемен ныҡ ауыр кисерҙем. Уның менән тәүҙә отпускыға ла бергә ҡайтҡайныҡ. Яуҙа күп нимә тәжрибәле командирҙан тора, был яҡтан уңдыҡ. Ҡорал, хәрби кейем менән тәьмин ителгәнбеҙ, туҡланыу яғынан барыһы ла яҡшы. Республиканың Балтач, Тәтешле райондары егеттәре менән бергә хеҙмәт итәбеҙ. Яугирҙар араһында хәрби дуҫлыҡ көслө, алғы һыҙыҡта бер-беребеҙгә ышаныслы ҡалҡанбыҙ. Ғөмүмән, Рәсәй һалдаттары гуманлы халыҡ. Украиндарҙан айырмалы рәүештә, ябай граждандарға теймәйбеҙ, алғы һыҙыҡта ла йорттарҙы, юлдарҙы, төрлө оъекттарҙы һаҡлап, билдәле нөктәләр буйынса ғына һөжүм итәбеҙ”,--ти рядовой.
Тимур –дини кеше. Элек мәсетттәргә йөрөһә, әлегә ундай мөмкинлеге юҡ. Әңгәмәләшкән ваҡытта уның ярҙамсыл, тура һүҙле, асыҡ булыуын билдәләнем. Шулай булмаһа, отпускыға ҡайтҡан һайын бүләктәр күтәреп ҡайтмаҫ ине. Тимур беренсе отпускыға ҡайтҡанда тыуған Мәмбәт мәктәбенә юллана. “Белем алған мәктәбемде, уҡытыусыларымды бер ҡасан да онотмайым”,--ти ул. Белем усағына патриотик символдар, уҡыусылар өсөн бүләктәр тапшыра. Икенсе отпускыһында балалар баҡсаһына уйынсыҡтар ҡалдыра. Ә бына әле ҡайтҡанда яугир ауыл клубына гитара, ҡурайҙар бүләк итә. “Әҙем музыка ҡоралдарында уйнамаһам да, гитара һәм ҡурай көйҙәрен яратам. Йәштәр уйнарға өйрәнһен әйҙә”,--тине ул.
Өйҙә хәрбиҙе ата-әсәһе, кәләше, ҡыҙы бәхетле күҙ йәштәре менән ҡаршы алды. Оҙайлы ваҡыт төрлө борсолоуҙар аша уны көтөп алған яҡындарының шатлығы сикһеҙ.
--Тимур яу ҡырында булғанда, көн һайын уның имен-һау йөрөүен теләйбеҙ. Хоҙайҙан донъяларҙың тиҙерәк тынысланыуын һорайбыҙ. Көн дә унан берәй хәбәр, шылтыратыу көтәбеҙ. Бәйләнештән юғалһа, төн йоҡоларыбыҙ ҡаса, Тимурға һаулыҡ теләп, аяттар уҡытабыҙ, ҡорбан салдырабыҙ. Тыуған йортонда уны хаҡлы ялдағы оло йәштәге ата-әсәһе түҙемһеҙләнеп көтә. Бының нисек икәнлеген көткән кеше генә аңлай,--тине һалдаттың кәләше Розалия. Әйткәндәй, икенсегә отпускыға ҡайтҡанда Тимур өйҙәгеләргә хәбәр итмәйенсә генә ҡапыл ҡайтып, шатлыҡлы “сюрприз”да эшләгән.
--Тиҙҙән ҡайтанан СВО-ға юлланам. Унда хәрби дуҫтарым көтә,--тине яугир.
Әйткәндәй, беҙҙең гәзит баҫылғанға тиклем, “Бессмертный” хеҙмәт урынына юлланды. Иҫән-һау, еңеү менән ҡайт, Мәмбәт батыры. Һине яҡындарың, ауылдаштарың көтә.
Мәрйәм Иманғолова.