

Оло Әбеш, Ҙур һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылы ир-егеттәре дәррәү генә сығып, Оло Әбеш - Үрнәк юлының соҡор-саҡырҙарына таш түшәп, ремонтлап сыҡтылар.
Барлығы биш трактор (Сурин Азамат, Ғәлиев Ринат, Ҡыҙрасов Йыһангир, Ҡыҙрасов Ғәзинур, Әминев Инсаф), дүрт ГАЗ-53 машинаһы (Ҡырғыҙбаев Илгиз, Сәйфуллин Мәүлит, Торошов Илшат, Мөхәмәдйәров Илнур), Морат Ибраһимов хатта “семеркаһы”на арба тағып, таш ташынылар. Юлға 30 йөккә яҡын таш түшәлде, барлығы ҡырҡҡа яҡын кеше ҡатнашты. Дамир хәҙрәт сәй ҡайнатып, бәрәнге бешереп, барыһын да һыйлап торҙо. Оҙайлы ямғырҙар сәбәпле, бигерәк соҡор-саҡырлы булып киткән юлыбыҙ бер аҙ рәтләнеп ҡалды. Алдағы йылда юлға капиталь ремонт үткәреүҙе һорайыҡ, тип таралышты ауылдаштар. Өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ир- егеттәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Администрация СП Абишевский сельсовет