ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2023, 16:32

Бөгөн Аҡъярҙа шәфҡәтлелек йәрминкәһе үтте

СВО яугирҙары өсөн  волонтерҙар ҙур әүҙемлек, хәйбуллалар берҙәмлек күрһәтте

Бөгөн Аҡъярҙа  шәфҡәтлелек йәрминкәһе үттеБөгөн Аҡъярҙа  шәфҡәтлелек йәрминкәһе үтте
Бөгөн Аҡъярҙа шәфҡәтлелек йәрминкәһе үтте

Бөгөн Аҡъяр ауылы баҙарында район волонтерҙары ойоштороуында “Беҙ бергә ҙур көс” девизы аҫтында шәфҡәтлелек йәрминкәһе үтте.

Район ауыл биләмәләре халҡы был изге эшкә тос өлөш индерҙе. Район һәүәҫкәрҙәренең концерт номерҙары,  төрлө әйберҙәрҙәр, бәлештәр һәм бихисап ҡамыр ризыҡтары,  ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре эшләгән салат һәм һуттарҙан, башҡа үтемле тәмлекәстәрҙән һығылып торған өҫтәлдәр янында халыҡ күп булды. Бынан тыш, хәйбуллалар еңеү өсөн, ир-егеттәрҙең тиҙерәк  имен-һау ҡайтыуына инселәп, “Еңеү янсығына” аҡсалата ярҙам күрһәтте.   Быларҙың барыһы ла  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә оҙатыласаҡ. Яугирҙар өсөн  гуманитар ярҙам да йыйылды.

Волонтерҙарҙың  әүҙемлегенә, район халҡының  берҙәмлегенә бәйле,  алдан планлаштырылған йәрминкә гөрләп үтте. Хәйбуллалар ысынлап та бергә ҙур көс булыуҙарын дәлилләне.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас