ЙӘМҒИӘТ
10 Ноябрь 2023, 03:51

Яҡташыбыҙ улы артынан махсус хәрби операцияға юлланды

   

Яҡташыбыҙ улы артынан махсус хәрби операцияға юлландыЯҡташыбыҙ улы артынан махсус хәрби операцияға юлланды
Яҡташыбыҙ улы артынан махсус хәрби операцияға юлланды

Башҡортостанда 2022 йылда мобилизацияланған яҡташыбыҙҙың атаһы улы артынан фронтҡа китте. Был турала Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәге хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, «Лесник» ҡушаматлы яҡташыбыҙ танк ғәскәрҙәрендә —  «Злой» позывнойын алған улынан яҡынса 300 саҡрым алыҫлыҡта хеҙмәт итә.

«Позывнойы ҡаты яңғыраһа ла, ул үҙе изге күңелле, алсаҡ егет. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы улының янында түгел, ләкин яугирҙәрҙең маҡсаты бер — Тыуған илде һаҡлау һәм Еңеү яулау. Ермолаевка ауылында уларҙы әсәһе һәм хәләл ефете көтә. Ул ғәзиздәренең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, доға ҡыла. Ошо ҡыйыу ғаиләгә тиҙерәк бәхетле осрашыуҙар насип булһын!»  — тип яҙҙы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә.

Фото:Юлай Ильясовтың социаль селтәрҙәре
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас