

Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Санкт-Петербургта эш сәфәре менән булғанда, ҡала госпиталендә СВО-ла ҡатнашыусы яугир-яҡташыбыҙ янында булды.
“Алексей ҡаты яраланғандан һуң, Санкт-Петербург ҡалаһы госпиталендә дауалана. Беҙ уның менән былтыр йәй, уны махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡанда танышҡайныҡ. Бер сәғәт аралашыу ваҡыты һиҙелмәй ҙә үтте. Яугирҙың кәйефе яҡшы, өй күстәнәстәре өсөн ҡыуанып, яҡташтарына күп сәләм еткерҙе. Алексейҙың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ! “,-тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.