

Бәйгелә ҡатнашыусы ир-егеттәр төрлө конкурстарҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Улар үҙең менән таныштырыу, “Мәргән уҡсы”, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, “Көс һынашыу”, “Һорау-яуап”, “Бейе, егет...” конкурстарында ярышып, һәр яҡтан маһир икәнлектәрен иҫбатланы. Моңло итеп йырлап, дер һелкетеп бейеп, тамашасаны әсир итте улар. Ысынлап та егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ булыуын раҫланы. Тамашсыларҙың һәр сығышты ҡеүәтләп, дәртләндереп ултырыуы бәйгеселәргә көс-дәрт өҫтәне.
Һөҙөмтәлә, Гран-приға Федоровка ауылынан Иван Игнатьев лайыҡ булды. Өфө ауылынан Даян Кәримов беренсе урынды яулаһа, Яңы Ергәндән Юнир Әлибаев һәм Вәлиттән Рәсим Мәмбәтов икенсе урынды бүлеште. Первомайка ауылынан Флүр Дәүләткилдин өсөнсө урынды алды. Ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.