

Өс тур йомғаҡтары буйынса жюри конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын билдәләп, «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсының финалы һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән 70-тән ашыу оҫта һәм рәссам-модельер конкурста ҡатнашыуға ғариза биргән. Финалға 44 ҡатнашыусы сыға, улар үҙҙәренең ижадын «Балалар кейеме — реконструкция», «Балалар костюмының автор интерпретацияһы», «Милли балалар костюмы аксессуарҙары — реконструкция» номинацияларында тәҡдим итә. Оҫталар Рәсәй халыҡтарының милли колориттарының күп төрлөлөгөн күрһәтте һәм сағыу башҡорт, рус, татар, удмурт, сыуаш һәм башҡа костюмдар, аксессуарҙар тәҡдим итте. Хәйбулла оҫталары Аҡсәскә Әбделмәнова һәм Нәфиә Ҡәйепова финалға үтеп, дипломдар менән бүләкләнде. Афарин, ҡотлайбыҙ!
Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.