ЙӘМҒИӘТ
9 Ноябрь 2023, 07:00

Даланлылар бүләк отто

2024 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында үткәрелгән дөйөм отош уйынының тәүге еңеүселәр билдәләнде.

Даланлылар бүләк оттоДаланлылар бүләк отто
Даланлылар бүләк отто

2024 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында үткәрелгән дөйөм отош уйынының тәүге еңеүселәр билдәләнде. Үҙ бәхетен һанарға тип квитанцияларын теркәткән даланлы гәзит уҡыусыларыбыҙ - Мәмбәт ауылынан Зәниә Хәсәнова (радио), Аҡъярҙан Фәрит Дәүләтбаев (стакандар йыйылмаһы), Әминә Әлибаева  һәм Сәбилә Баҡтыбаева 9 ноябрҙә район мәҙәниәт йортонда үтәсәк Ирек Ноғомановтың концертына билет отто.

Гәзитебеҙҙең башҡа тоғро дуҫтарын да 2024 йылдың 1-се ярты йыллығына яҙылып, квитанцияларын редакцияға алып килеп теркәтеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ. Бүләктәр һеҙҙе көтә.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас