ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2023, 05:19

СВО зонаһынан хәбәр

Хәйбулла районынан сираттағы гуманитар ылау  махсус операция зонаһына еткерелде.

СВО зонаһынан хәбәрСВО зонаһынан хәбәр
СВО зонаһынан хәбәр

Гуманитар ярҙамды оҙатып барған муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов был турала “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә яҙҙы.

“Яугирҙар өйҙәренән ебәрелгән посылкаларға бик ҡыуанды. Егеттәрҙең кәйефе хәрбиҙәрсә, яҡташтарҙың барыһына ла күп сәләм һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әле  сираттағы гуманитар ылау әҙерләйбеҙ,  хәрби операция зонаһында файҙаланыу өсөн бөтә ауыр юлдарҙа йөрөй алырлыҡ автомобиль эҙләйбеҙ. Тәҡдимдәр булһа, көтәбеҙ.

Ҡәҙерле хәйбуллаларға берҙәмлектәре һәм  битараф булмағандары өсөн рәхмәт белдерәм. Яҡындарынан яҡшы хәбәрҙәр,  яҡташтарының  берҙәмлеге егеттәргә хәрби бурыстарын үтәргә ярҙам итә. Берлектәге тырышлыҡ менән  яугирҙарға артабан да әүҙем ярҙам итәсәкбеҙ”,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.

Рустам Шарипов

 

                 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас