ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2023, 07:15

Сиҙәм ауылынан Миңниса Солтанова 50 йылға яҡын ғүмерен мәҙәниәткә бағышлай

Ул 30 йылдан ашыу Сиҙәм ауыл клубы мөдире булып эшләй

Сиҙәм ауылынан Миңниса Солтанова 50 йылға яҡын ғүмерен мәҙәниәткә бағышлайСиҙәм ауылынан Миңниса Солтанова 50 йылға яҡын ғүмерен мәҙәниәткә бағышлай
Сиҙәм ауылынан Миңниса Солтанова 50 йылға яҡын ғүмерен мәҙәниәткә бағышлай

Редакция бүлмәһенә йылмайып килеп ингән, барлыҡ булмышынан рухилыҡ һирпелгән  Минниса Сәлимйән ҡыҙына  һис тә 70 йәш тип әйтмәҫһең. Башҡортостандың атҡаҙанған  мәҙәниәт хеҙмәткәре  почетлы исемен йөрөткән зыялы ханым хаҡлы ялда ла йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, әле лә йәштәргә биргеһеҙ дәрт һәм алға матур пландар  менән яна.

Сиҙәм ауылынан Минниса Солтанова 50 йылға яҡын  ғүмерен мәҙәниәткә бағышлай.  30 йылдан ашыуын Сиҙәм ауыл клубы мөдире булып эшләй.

Гастролдән бер аҙна ҡайта алманыҡ

--1982 йылда  Баймаҡ ҡалаһында үткән “Тальян гармун” конкурсына барып, 1-се урын алдыҡ.  Күҙ асҡыһыҙ буран сығып китте. Ике-өс көндән  саҡ Аҡъярға  ҡайтып еткәйнек,  һепертмә буран бында ла беҙҙе ҡыуып етте. Район үҙәгенең “Таналыҡ” ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Сиҙәм яғына бөтөнләй юл юҡ. Ашхана эшләмәгәс, әртистәремде ошонда йәшәгән әсәйемә алып барып ашатам. Ниһайәт, буран тымды, юлдар асылды. Автобуста ҡайтып барабыҙ.  Әртистәремә шаяртып ҡына: “Әйҙәгеҙ, Вәлиткә инеп концерт ҡуяйыҡ”, тием булды, бөтәһе лә һә тигәнсе риза булды. Унда тамашабыҙ шул тиклем шәп булды,  халыҡ күп йыйылды, аяғүрә тороп, алҡышланылар. Төнгө сәғәт өстә саҡ Сиҙәмгә ҡайтып еттек. Бына шундай дәртле булдыҡ беҙ,--тип һөйләне үҙ эшен мөкиббән яратҡан Минниса Сәлимйән ҡыҙы.

17 йәшлек завклуб

Минниса Солтанова Юлдыбай ауылында тыуып үҫһә, йәшлек йылдары Йылайыр районы Үрге Ғәле ауылында үтә. 8-се класты тамамлағас,  шәфҡәт туташы булырға хыялланған ҡыҙ  медицина училищеһына уҡырға инә. Әммә ҡайтып йөрөргә юл ауырлығы, транспорт юҡлығы бәкәлгә һуҡҡас, уҡыуын ташлай. Матрай урта мәктәбен тамамлаған,  бейеү-йырға маһир ҡыҙҙы, Үрге Ғәле ауылына завклуб итеп тәғәйенләйҙәр. Наҡыҫ осор булғас, бер-ике йыл эшләп,  кейенеп алайым, ул саҡта өй төҙөгән атай-әсәйемә ярҙам итәйем тип йәш ҡыҙ  дәртләнеп эшкә тотона. 1975 йылда Түбәнге Ғәле ауылы егете Рәис Солтанов менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.

Сиҙәм клуб яңыртылды

70-се йылдар уртаһында  Минниса һәм Рәис Солтановтар Аҡъяр ауылына күсеп килә. Минниса Сәлимйән ҡыҙы район мәҙәниәт йортона, ә Рәис  Йәнмырҙа улы  милицияға эшкә төшә.

--Бер ваҡыт райкомға саҡыртып, Сиҙәм ауылында мәҙәниәтте күтәреү бурысын ҡуйҙылар. Партияла булғас, баш тартып булмай. Ул саҡта сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙең гөрләп торған сағы. Сиҙәм ауылында ғына 5 мең кеше йәшәй ине.  Һәләтле йәштәр күп, халыҡ ғәләмәт әүҙем. Улар менән эшләү ҡыйын булманы. Ә бына клубҡа урам тултырып йөрөгән кәзәләр “хужа” ине. Ремонт кәрәк,  тәҙрәләрҙән һыуыҡ ел өрә, ишеге ябылмай. Шул клубты күтәрәм тип ғәләмәт сәмләндем. Ныҡышмаллығым самаһыҙ ине, шулайтып бер йылдан  мәҙәни усаҡҡа капиталь ремонт эшләтергә өлгәштем. Сиҙәмгә сентябрь айында күсеп барған инек. Иң тәүге эшем агитбригада туплауҙан башланды. Концерттар менән игенселәр янына баҫыуҙарға сыҡтыҡ. Талантлы кешеләр бик күп ине, коллектив ныҡ көслө булды.

Гран-при, ижади еңеүҙәр күп булды

--Элек фольклор төркөмдәр шәп булды.  Сиҙәм һәм Иҫәнгилде ауылы әртистәренән торған  төркөмдәр менән  районда беренсе булып, Ырымбур өлкәһе  Гай ҡалаһы  һәм Ҡыуандыҡ тарафтарына концерттар менән юл астыҡ. 1989 йылда әле  Ҡазан ҡалаһына гастролгә сыҡтыҡ. Өфө ҡалаһына “Аҡ тирмә”, “Тальян гармун” сараларында ҡатнаштыҡ. Район буйлап, ижади марафондарҙа эстафеталар тапшыра торғайныҡ. Тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһе булып, Гран-при, еңеү һәм ҡаҙаныштар беҙҙә булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул  фольклор төркөмдә ҡатнашҡандарҙың күбеһе  мәрхүм инде. Гөлнур Әфләтунова, Клара Исхакова, Вазифа Сәйфуллина, Фәрзәнә Исхаҡова, Рәдиф  Юлдыбаев,  Рамаҙан Исхаков, Сәйфетдин Йомағужин,  Хәлил Аслаев, Әнүәр Аслаев, Альмира Шәйәхмәтова һәм башҡалар сәхнә биҙәге булды,--ти Минниса Сәлимйән ҡыҙы.

Эшемде яраттым, әле лә яратам

Минниса Солтанова, әле хаҡлы ялда булһа ла, яратҡан эшенән айырылмай. Сиҙәм ауылының ағинәйҙәр төркөмөн етәкләй ул.

--Ағинәйҙәр менән бер мәҙәни саранан ситтә ҡалмайбыҙ. Үҙебеҙ сәхнәгә  милли күлдәктәр тегәбеҙ. Был йәһәттән Сиҙәм ауыл биләмәһе башлығы Мөнир  Иҫәнгилдин ярҙам итте. Ауыл халҡы менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Беренсе тапҡыр төрлө кәрәкле әйберҙәр тултырып 35 ҡап тапшырҙыҡ. Туҡмас та киҫәбеҙ, маскировкалау селтәрҙәре үрәбеҙ. Хәрбиҙәрҙең әсәйҙәре һәм ҡатындары менән осрашыу үткәрҙек. Яңыраҡ ситтә йәшәгән һәләтле йәштәр тәҡдиме менән шәфҡәтлелек концерты ойоштороп, аҡсаһын яугирҙарға тапшырҙыҡ. Шулай итеп, ауыл тормошона йәм һәм йән өрөргә тырышабыҙ, --ти әңгәмәсем.

Ғөмүмән, Минниса Сәлимйән ҡыҙы бик тынғыһыҙ кеше. Йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Уның 18 йәштән   һайлау кампанияларында әүҙем ҡатнашыуы, 30 йылға яҡын һайлау комиссияһы рәйесе булыуы ла күп нимә тураһында һөйләй. 2006 йылда  “Бөтә Рәсәй ауыл хужалы иҫәбен алыуҙа  әүҙем ҡатнашҡан өсөн” почетлы билдәһе менән бүләкләнә.

Минниса апай бер серен асты

Билдәле булыуынса, Сиҙәм ауылы сиҙәмселәр төбәге. 2024 йылда  бында сиҙәм күтәреүҙең 70 йыллығы була.  Был йәһәттән  әңгәмәсемдең хәҙерҙән үе ҙур пландары бар.  Был серҙе бер аҙ асайыҡ.

--Сиҙәм батырҙарына арнап, биш йылға бер тапҡыр саралар ойошторабыҙ. Ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡунаҡҡа ҡайта.  Араларында танылғандары, атҡаҙанған исемдәре йөрөткәндәр бихисап.  Киләһе йыл инде масштаблы итеп үткәрергә уй бар. Бынан тыш,  клуб янында сиҙәмселәргә арналған постамент, “Мин яратам һине, Сиҙәм!” арт-объектын ҡуйырға ине. Пландар күп, барыһын да сисмәйем әле,”-- тип йылмайҙы Минниса  Сәлимйән ҡыҙы.

Тулыраҡ материалды Хәйбулла хәбәрҙәре гәзитенең  45-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас