ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2023, 11:36

Һорауҙарығыҙ булһа - мөрәжәғәт итегеҙ

Иртәгә Аҡъяр ауылында Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров граждандарҙы ҡабул итә

Һорауҙарығыҙ булһа - мөрәжәғәт итегеҙҺорауҙарығыҙ булһа - мөрәжәғәт итегеҙ
Һорауҙарығыҙ булһа - мөрәжәғәт итегеҙ

Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарының хәрби комиссарҙары граждандарҙы ҡабул итә башланы. Улар барышында республикала йәшәүселәрҙең барыһы ла саҡырыу, контракт хеҙмәте, тейешле льготалар һәм түләүҙәр буйынса үҙҙәренең көнүҙәк һорауҙарына яуап ала, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итә ала.

Иртәгә 9 ноябрҙә 11:00-ҙән 13:00 сәғәткә тиклем, шулай уҡ 16 ноябрҙә 11:00-ҙән 13:00 сәғәткә тиклем, Аҡъяр ауылы, М.Гәрәев урамы, 40-сы йортоң 2-се ҡатында урынлашҡан саҡырыу пунктында Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров граждандарҙы ҡабул итә. 

Хәйбулла районында йәшәүселәр һорауға яуапты 8 (34775)2-36-58 телефоны аша алырға мөмкин (электрон почта vk_bash_sibay@mil.ru). Әммә проблемаларҙы хәл итеү өсөн, раҫлаусы документтар кәрәк булғанда, килеү яҡшыраҡ. Алдан яҙылыу юҡ, ҡабул итеү дөйөм сират тәртибендә үтә.

Бынан алда РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан халҡына бер тапҡыр 195 мең һум, республиканан һәм Өфө һәм башҡа төбәктәрҙән 100-шәр мең һум, йәмғеһе 395 мең һум түләргә тейешлеге хаҡында һөйләнек. Октябрҙән СВО-ла ҡатнашҡан контрактсыларҙың минималь эш хаҡы 210 мең һумға тиклем күтәрелде. Контракт төҙөргә теләүселәр Берҙәм белешмә номеры 117 буйынса Ситуация үҙәгенә 122 йәки 8(347) 218-19-19 мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарығыҙға яуаптарҙы башбат.рф сайтында табырға мөмкин.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас