

Бөгөнгө көҙгө көндә Йәнтҽш мәҙәниәт йортонда "Ағинәйҙәр" ағзалары мҽнән "түңәрәк өҫтәл" үтте.
Улар үҙҙәренең маҡсаттары, борсоған һорауҙары менән уртаҡлаштылар.
Ысынында ла ағинәйҙәрҙең өҫтөнә бик күп бурыстар һалынған. Тәүгеһе, әлбиттә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау, улар нигеҙендә киләсәк быуынды тәрбиәләү. Шул маҡсаттан улар бик күп осрашыуҙар, кисәләр ойоштора. Уларҙың һәр береһенең артында ағинәйҙәрҙең әллә күпме хеҙмәте, тырышлығы ята.
“Ағинәйҙәр” ойошмаһы ҙур эштәр алып бара. Ләкин шуныһы – хеҙмәт бында түләнмәй, һәр кем күңел ҡушыуы буйынса эшләй.
#Ағинәйҙәр
#КруглыйСтол
#УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #КультураХайбуллы #Йәнтҽшмәҙәниәтйорто #ЯнтышевскийСДК #2023